Бер тигеҙ кимәлдәге оҙонсараҡ помидорҙарҙы арҡырыға йәки буйға киҫеп, үҙәген ҡалаҡ менән соҡоп алалар. Помидорҙың йомшағына татлы борос, һуған, эремсек, тоҙ һәм төрлө үлән-йәшелсәләр ҡушып болғаталар. Ошо эслекте помидорҙар эсенә тултырып, уларҙы салат япраҡтары өҫтөнә сәскә рәүешендә матурлап теҙәләр. «Сәскәләрҙе матурлап һалып, йәшел һуған менән петрушканан «һабаҡтар», «япраҡтар» эшләнә.