Сөпрә (әсетке) яһау өсөн ике литр һыуға мул итеп ике ус ҡомалаҡ һалаһың да талғын ғына утта ярты сәғәткә яҡын ҡайнатаһың. Шунан ҡомалаҡ һыуын иләк аша һөҙөп, шул ҡайнар һыуға бер-нисә ҡалаҡ он ҡушып болғатаһың. Ныҡ ҡуйы ла түгел, шыйыҡ та булмаһын – уртаса. Төйөрлө булмаһын өсөн ныҡ ҡына туғып алаһың. Һыуынғас, әсетке ҡушып, йылымыс урынға ҡуяһың. Яңы һауған һөт йылылығына еткәс, “икмәк башы” һалаһың. Баш – ул алдан әҙерләп ҡуйылған әсетке, тәү башлағанда магазиндыҡы ла ярай. Артабан йылы урынға ултыртып әсетәһең. 10-12 сәғәттән сөпрә әҙер була. Өлгөргәнлеге күренеп тора: ажғырып әсеп ултырғандан һуң, яйлап шиңә башлай. Саҡ ҡына тоҙ һалып бешерһәң, сөпрә тиҙ иҫкермәй, артылып ташып та ултырмай. Бойҙай оно менән арыш онон ҡатыштырып болғаһаң, сөпрә көслө була. Ҡапҡаслы һауытҡа һалып, һалҡын урында тотһаң, бер ҡалаҡ шәкәр ҙә өҫтәһәң, сөпрә оҙаҡҡа етә. Ике ағас ҡалаҡ сөпрә менән алдан алып ҡалған “икмәк башы”нан әсетке ҡуябыҙ. “Икмәк башы”на икмәк бешергән һайын ике-өс ҡалаҡ әсетке ҡалдыра бараһың.