Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
26 Октябрь 2020, 19:30
Хәтәр шәп ҡамыр!
Стакан тирәһе ҡайнар һыуға ике стакан тирәһе ондо ҡушып бутайбыҙ ҙа, шәкәрҙе самалап һалып, ике йомортҡа, йөҙ грамм самаһы иретелгән аҡ май, ярты сәй ҡалағы самаһы һүндерелгән сода, бер аш ҡалағы майонез һалып, кәрәгенсә он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ.
Төрлө эслек һалып бәлеш, ләүеш, өсмөйөш, бөйөрөк бешереү өсөн дан ҡамыр сыға. Хатта манты һәм билмән өсөн дә килешә. Бешереп ҡарағыҙ! Тәмле булһын!
Р.ЙӘЛИЛЕВА.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин