Көлсә - атай-әсәй йортон, ырыу көсөн символлаштырған изге көскә эйә ризыҡ. Был бик боронғо ризығыбыҙ элек-электән, кеше үлгәс, мәрхүмде иҫкә алыу өсөн аят уҡытҡанда бешерелгән. Өсөнә – өс йәймә, етеһенә – ете йәймә, ҡырҡына ҡырҡ көлсә бешереү йолаһы булған. Әле лә үҙенең символик көсөн юғалтмаған яратҡан ризығыбыҙ, табын күрке булып, өйгә ҡот-бәрәкәт биреп ултыра. Сәй янына йәһәт кенә бешереп ҡуйһаң, бала саҡты хәтерләтеп, өйгә үҙе бер мәжлес йәме инә.
Уны төрлө яҡта төрлөсә атайҙар (йәймә, ҡабартма, төртмә, сәлпәк көликмәк, табикмәк һ.б.). Көлсәне һәр кем йәне теләгәнсә бешерә. Элек уны мейестә янып ятҡан ҡуҙ өҫтөндә бешерәләр ине. Хәҙер газда йәки электр плитаһында ла бик матур итеп ҡабарып бешә. Уны әсе ҡамырҙан да, сөсө ҡамырҙан бешерергә була. Сөсө көлсәгә ҡамырҙы һөткә, сейләй ойоған һөткә йәки кефирға баҫалар.
Хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға сама менән бешергән яҡынса рецепты тәҡдим итәм: ярты кило онға бер балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ самаһы сода һалып, бер стакан, стакан ярым йылымыс һөт йә сейләй ойоған һөт йә булмаһа кефир ҡойоп, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Бәләкәй генә өлөштәргә бүлеп әүәләп, өҫтөн таҫтамал менән ябып ҡуябыҙ. Ҡамыр бер аҙ ятҡандан һуң һәр йомарламды сама менән бер иле ҡалынлыҡта (йоҡараҡ итһәң дә була) табаға һыйырлыҡ итеп кенә йәйәбеҙ. Әйткәндәй, бер йомортҡа, ике-өс ҡалаҡ көнбағыш майы йәки берәй ҡалаҡ майонез өҫтәп ебәрһәң дә бик тәмле килеп сыға.
Табала ҡайнап торған майҙа ике яғынан да ҡыҙарғансы ҡабартып алабыҙ. Уны шулай уҡ ҡоро табала бешерергә лә була. Ғәҙәттә төртмәне шулай бешерәләр.
Йылы килеш тә, һыуынғас та бик тәмле була. Ҡайнар аш янына ла, сәй янына ла ҡуйһаң була. Көлсәгеҙ тәмле булһын!
Рубриканы Роза ҠОБАҒОШОВА алып бара.