Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
29 Декабрь 2020, 19:55

Духовкала бешкән ҡаҙ – телеңде йоторлоҡ!

Алмалы ҡаҙҙы бөтөн көйө духовкала нисек бешерергә була, беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ, башта продукттарҙы барлап сығабыҙ.

Сама менән 3 кило ауырлығында ҡаҙ алабыҙ. Алманың ҡайһыһы булһа ла бара, әсеһе лә, татлыһы ла. Һутлы, әскелтем татлыһы бик шәп.
Ҡаҙ түшкәһен яҡшылап таҙалайбыҙ, ҡанат остарын, муйынын, эс майын ҡырҡып алабыҙ.
Булған ҡоро тәмләткестәрҙе ҡушып бутайбыҙ ҙа ҡаҙ түшкәһенең эсен-тышын шуның менән һөртөп сығабыҙ, ә бына тоҙлау кәрәкмәй. Уның урынына соя соусы буяп сығабыҙ. Түшкәне бер сәғәт самаһы өй температураһында тотоп алабыҙ. Шул саҡта ғына, әгәр кәрәк булһа, бер аҙ тоҙлап алырға була.
Айырым ҡоштабаҡта бал, зәйтүн майы, соя соусынан маринад әҙерләйбеҙ. Түшкәнең эсен-тышын шуның менән буяйбыҙ ҙа 15 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Йәнә бер тапҡыр буяп сығабыҙ ҙа ҡаҙҙы аҙыҡ пленкаһы менән төрөп 12 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Төнгөлөккә ҡуйһаң бигерәк тә яҡшы, иртәгәһенә ҡаҙҙы пленканан сисеп алып, түшкә бешкән ваҡытта һүле ағып сыҡмаһын өсөн тишкеләп сығабыҙ.
Алмаларҙы (ике-өс алма етә) йыуып киптереп, дүртәр өлөшкә бүлгеләп сығабыҙ ҙа ҡаҙҙың эсенә (тиреһе аҫтына) һалабыҙ. Артып ҡалған алмаларҙы уртаға бүлеп түшкәнең эргәһенә теҙеп һалырға була.
Ҡаҙҙың ҡорһағын да тишкеләп сығабыҙ. Ҡоштоң боттарын ныҡлы еп менән һығып бәйләйбеҙ ҙә, йәнә бер тапҡыр маринад буяп, 210-220 градусҡаса ҡыҙған духовкаға тығабыҙ. Яҡынса 40 минут самаһы ҡыҙарғансы тотабыҙ. Фольгаға төрөп һалып ике сәғәт самаһы бешерәбеҙ.
Ҡаҙ бешкәнме-юҡмы икәнлеген белеү өсөн иң ҡалын урындан төртөп ҡарап беләбеҙ. Ағып сыҡҡан һуты үтә күренмәле булырға тейеш. Духовканы һүндергәндән һуң 15 минут ятып торһон. Түшкәне алмаһы менән бергә ҙур тәрилкәгә һалабыҙ. Болгар боросо, йәшел тәмләткестәр, йәшләүек, лимон телемдәре менән биҙәп, табынға ҡуябыҙ.
Ҡаҙҙы шулай уҡ ҡарабойҙай, картуф, кипкән слива һ.б. менән тултырып бешерергә лә була. Ҡыҫҡаһы, йәнең теләгәнсә.
Яңы йыл ҡотло булһын, ашығыҙ тәмле булһын!
Рубриканы Роза ҠОБАҒОШОВА алып бара.
Читайте нас: