Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
30 Декабрь 2020, 13:15

Яңы йылға “Хан” салаты

Был бик тәмле, туҡлыҡлы салат Яңы йыл табынының күрке булып, байрам кәйефе биреп торасаҡ.

Салат яһау өсөн 400 гр тауыҡ бауыры, 300 гр кишер, 3 йомортҡа, 150 гр сыр, 50 гр кипкән слива, 100 гр гранат, 250 гр майонез, укроп, тоҙ һәм борос кәрәк буласаҡ.
Әҙерләү ысулы: салатты ҡатлап түшәйбеҙ, һәр ҡатына еңелсә генә майонез яға барабыҙ. Уны өйөп яһарға ла була, берәй салат һауытына һалып яһарарға ла ярай.
  • беренсе ҡатына – бешкән кишерҙе эре ҡырғыстан үткәреп һалабыҙ ҙа еңелсә генә тоҙлап, борослап, өҫтөнә аҙ ғына майонез яғып сығабыҙ.
  • Икенсе ҡатына бауыр һалып сығабыҙ. Бешкән бауыр ҙа ярай, бауырҙы бешерер алдынан тәмләткестәр (тоҙ, шәкәр, лимон, һарымһаҡ, хмели-сунели) һалып маринадлайбыҙ, киҫәкләп турайбыҙ ҙа ҡурып алабыҙ.
  • 3) Өсөнсө ҡатына сырҙы эре ҡырғыстан үткәреп һалып сығабыҙ.
    4) Кипкән сливаны ҡайнар һыу менән сайҡатып, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ ҙа сыр өҫтөнән түшәп сығабыҙ.
    5) Оҙаҡ ҡына бешкән йомортҡаны ҡырғыс аша йәки сәнске менән ваҡлайбыҙ ҙа өйөм өҫтөнә тигеҙ генә йәйеп сығабыҙ.
    6) Салатты гранат емеше һәм укроп менән биҙәйбеҙ, тәм һеңһен өсөн кәм тигәндә алты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Тәмле лә, йәмле лә “Хан” салаты әҙер!
    Роза ҠОБАҒОШОВА.
    Читайте нас: