Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
11 Февраль 2021, 20:30

ТӘМЛЕ ҠОЙМАҠ

Ҡоймаҡ ҡойоу ҙа оҫталыҡ талап итә. Гөлгөнә Байегетованан бик еңел эшләнә торған ҡоймаҡ рецебы:- 2 йомортҡа- 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо- тоҙ семтем генә- кефир 0.5 л.- һөт 0.5 л.- он 15 аш ҡалағы- сода - тулы булмаған сәй ҡалағы2 йомортҡаны 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, тоҙ менән, кефир һәм сода ҡушып болғарға. Әҙләп ондо ҡушып туҡырға.Һөттө ҡайнатып сығарырға һәм эҫе көйөнсә әҙләп кенә ҡоймаҡ ҡамырына ҡойоп болғарға. Ҡамырҙы 10-15 минутҡа ҡуйып торорға.Эҫе майлы табала әҙләп кенә ҡойоп йоҡаҡ ҡына ҡоймаҡтар бешереп алырға. Бешкән ҡоймаҡтарҙы эҫеләй генә һары май менән майларға була.

Ҡоймаҡ ҡойоу ҙа оҫталыҡ талап итә.
Гөлгөнә Байегетованан бик еңел эшләнә торған ҡоймаҡ рецебы :

- 2 йомортҡа
- 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
- тоҙ семтем генә
- кефир 0.5 л.
- һөт 0.5 л.
- он 15 аш ҡалағы
- сода - тулы булмаған сәй ҡалағы

2 йомортҡаны 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, тоҙ менән, кефир һәм сода ҡушып болғарға. Әҙләп ондо ҡушып туҡырға.
Һөттө ҡайнатып сығарырға һәм эҫе көйөнсә әҙләп кенә ҡоймаҡ ҡамырына ҡойоп болғарға. Ҡамырҙы 10-15 минутҡа ҡуйып торорға.
Эҫе майлы табала әҙләп кенә ҡойоп йоҡаҡ ҡына ҡоймаҡтар бешереп алырға. Бешкән ҡоймаҡтарҙы эҫеләй генә һары май менән майларға була.
Читайте нас: