Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
19 Ноябрь 2021, 17:35

Танһыҡҡа – ҡаҙ тәпейе

Ҡар ятыу менән ауылдарҙа һуғым һуйыу эштәре гөрләй. Әле тап  ҡаҙ өмәләре ҡыҙған мәл.  Ҡаҙҙың ите ҡарға баҫыу менән татлана, тип иҫәпләнә. Бала саҡтан яратып ашаған танһыҡ ризыҡтан ауыҙ итергә теләйһегеҙме? Әйҙәгеҙ, улайһа  ҡаҙ тәпейенән аш-һыу әҙерләп ҡарайыҡ.

Танһыҡҡа – ҡаҙ тәпейе
Танһыҡҡа – ҡаҙ тәпейе

Ҡаҙҙың тәпейен ҡырҡып, эҫе һыу менән бешекләйбеҙ йә булмаһа өтәбеҙ, шунан тышын һыҙырып, тырнағын алып ташлайбыҙ ҙа  таҙартып йыуғас, һалҡын һыуға һалабыҙ. Ҡаҙ эсәген айырып, буйынан-буйына ярабыҙ ҙа, тоҙ менән ышҡып һәйбәтләп таҙартабыҙ. Шунан эсәкте тәпейгә урайбыҙ, тағатылып тормаһын өсөн осон беркетеп бәйләп ҡуябыҙ.

Эсәк уралған ҡаҙ тәпейе янына картуф һалып бәлеш бешерһәң  дә телде йоторлоҡ була. Ҡаҙ тәпейенән дерелдек тә эшләйҙәр. Талғын ғына утта ҡайнатабыҙ, самалап тоҙ өҫтәйбеҙ. Йәшелсә тәме бирергә теләһәң, кишер, һуған ҡушырға ла була. Ике сәғәт самаһы ваҡыт бешеп, ит һөйәгенән айырылғас, уттан алабыҙ. Һурпаһын һөҙәбеҙ, итен турағыстан үткәрәбеҙ. Шунан бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа, тәм өсөн әҙерәк борос һалып, һыуытырға ҡуябыҙ. Дерелдек  һигеҙ сәғәттән әҙер була.

Р. САФИНА.

Танһыҡҡа – ҡаҙ тәпейе
Танһыҡҡа – ҡаҙ тәпейе
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: