Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яран гөлө шау сәскәгә күмелһен тиһәң

Күп хужабикәләр яран гөлө үҫтерергә ярата. Өйгә ҡот, йәм биреп торған был гөл шау  сәскәгә күмелһен тиһәгеҙ, кишерҙән ашлама әҙерләп  һибегеҙ.

Яран гөлө шау сәскәгә күмелһен тиһәң
Яран гөлө шау сәскәгә күмелһен тиһәң

Яран гөлө бер туҡтауһыҙ сәскә атып ултырһын тиһәгеҙ, кишер һыуын өс ай буйына ике аҙнаға бер тапҡыр һибеп торорға кәрәк буласаҡ. Ни өсөн тигәндә, кишер калий, азот, фосфор һәм башҡа файҙалы элементтарға бай.  Тик шуныһын онотмағыҙ, ашламаны һипкәндән һуң гөлдөң тупрағы кипкәнен көтөргә кәрәк, ә унан һуң һыу һибергә ярай. Был инде себен-серәкәйҙән һаҡлау өсөн.

Ашламаны әҙерләүе ябай ғына. Бер кишерҙе турап блендерҙа ваҡлайһың да, бер литр һыуға һалып бутайһың, өс минут тотҡандан һуң һөҙөп  алаһың һәм гөл төбөнә һибәһең. Гөлөгөҙ бер туҡтамай сәскәгә күмелеп ултырасаҡ.

Р.САФИНА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: