Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Август 2018, 16:42

Бөтә ерҙә лә шарттар бер – ЮҒАРЫ ШАРТТАР!

Өфөлә республика педагогтарының сираттағы август кәңәшмәһе үтте. Унда уҡытыусылар, учреждение етәкселәре, ҡала-район хакимиәттәре вәкилдәре, йәмғеһе 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Төбәктең мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары, маҡсаттары хаҡындағы доклад менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.

Конференцияла Рөстәм Зәки улы артабанғы һандар һәм дәлилдәр килтереп үтте. Мәҫәлән, мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн Башҡортостан бюджетынан өҫтәлмә рәүештә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Республиканың 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә белем һәм тәрбиә биреү менән бәйле 49 объект төҙөлә һәм реконструкциялана.
Өс йәшкә тиклем малай-ҡыҙҙар ҙа балалар баҡсаһына йөрөһөн өсөн 2021 йылға тағы ла 10 мең урын булдырыу кәрәклеге хаҡында ла билдәләп китте республика етәксеһе. Ә 2025 йылда мәктәптәрҙә бер сменалы уҡыуға күсәсәктәр.
Форумда Рөстәм Зәки улы белем һәм тәрбиәгә ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр күтәреп сыҡты. Мәҫәлән, заманға ярашлы, мәктәптәрҙә интернет селтәре юғары тиҙлектә булырға тейеш. Бына нимәләр һөйләп үтте ошо йәһәттән республика етәксеһе:
– Башҡортостан цифрлы белем биреү буйынса алдынғы рәттәрҙә тора, шул уҡ ваҡытта был эште тағы ла әүҙемерәк һәм киңерәк башҡарырға кәрәк. 2024 йылға республиканың бөтә мәктәптәре һәм колледждары ла юғары тиҙлектәге интернет менән ҡулланырға тейеш. Онлайн-белем биреү, электрон белем биреү ресурстары, цифрлы лабораторияларҙы ҡулланыу мотлаҡ. Ошо йәһәттән “цифрлы тиңлек” проектын тормошҡа ашырабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Көс белем биреүгә генә түгел, әлбиттә, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереүгә лә йүнәлтелә. Тик мәктәптәрҙә профилле кластарҙа дөйөм балаларҙың 35 проценты ғына уҡый, әммә киләсәктә, Башҡортостан етәксеһенең фекеренсә, бөтә уҡыусыларҙы ла иҫәпкә алырға, таланттарҙы күберәк табырға, бының өсөн балаларға тигеҙ ҡарарға кәрәк. Ә артабан ошо таланттарҙан республика киләсәген үҫтерергә тейешбеҙ.
Әлбиттә, алдағы әйтелгәндәр башлыса дөйөм белем биреү өлкәһенә ҡағыла, шул уҡ ваҡытта конференцияла вуз темаһы, гранттар, стипендия һәм башҡа етди мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Ғөмүмән, лайыҡлы киләсәк килһен өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк һәм ул шарттар бөтә ерҙә лә юғары, һәр кемгә тигеҙ булыуы шарт.
Читайте нас: