Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Сентябрь 2018, 14:09

Һинд профессоры йыһан серҙәренә төшөндөрҙө

БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “Конденсация торошондағы физика һәм уның ҡулланышы” тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды ярҙамында уҙған был сарала Санкт-Петербург, Екатеринбург, Һамар, Үзбәкстан һәм хатта Һиндостандан да ғалимдар ҡатнашты.

– БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һәр ваҡыт ҡалабыҙҙың фундаменталь һәм ғәмәли фән үҫеше үҙәге булып тора, әлеге сара – ошоға дәлил, – тип сәләмләне ҡунаҡтарҙы ҡала башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов. Филиал директоры Алексей Ковальский үҙ сиратында был ышанысҡа рәхмәтен белдереп, конференция эшенә уңыш-тар теләне.
Был ғилми-ғәмәли сарала физика өлкәһендәге төрлө йүнәлештәр хаҡында сығыштар, эҙләнеү һөҙөмтәләре буйынса докладтар, яҙма эштәр байтаҡ булды. Шулай ҙа конференцияның төп ҡунағы, Һиндостандың Төньяҡ Белгаль университетының математика профессоры Камал Канти Нанди астрофизик газ динамикаһы тураһында төплө докладын хатта был өлкәнән йыраҡ торғандар ҙа йотлоғоп тыңланы. Әйткәндәй, профессор Стәрлетамаҡҡа тәүгә килмәй. Уның бында мәктәбен өйрәнеүселәр, дауам итеүселәр ҙә бар.
Әлбиттә, конференция хаҡында дөйөмләштереп “яҡшы үтте” тип билдәләргә лә булыр ине. Шулай ҙа һүҙҙе сарала ҡатнашыусыларҙың үҙ-ҙәренең фекерҙәре менән тамамлағы килә:
– Илебеҙҙә физика фәненең айырым тармаҡтарына арналған төрлө кимәлдәге конференциялар йыш ҡына уҙғарылып тора. Был юлы уҡыу йорто бәҫен күтәреп, ҡаты матдәләр өлкәһендә Рәсәй кимәлендә тотҡан урынын раҫлап, мәртәбәле конференция уҙғарыуға өлгәште. Бындай саралар йәштәрҙе фән юлына ылыҡтырырға ярҙам итә, ғалимдарға үҙ-ара аралашып, эҙләнергә һәм алға барырға булышлыҡ итә, – тип билдәләне, мәҫәлән, Өфөнән килгән ҡунаҡ, физика-математика фәндәре докторы Роберт Яҡшыбаев. Абруйлы ғалим менән нисек килешмәйһең…
Читайте нас: