– Минең бала саҡтағы хыялым тормошҡа ашты. Дәрестәремдә халыҡ педагогикаһына йыш мөрәжәғәт итәм. Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа тыуған балаларға туған телде өйрәтеп кенә ҡалмайым, ә уҡыусыларымда үҙебеҙҙең ерлек, беҙҙе уратып алған мөхит нигеҙендә тыуған төйәгебеҙҙе, рухи ҡиммәттәребеҙҙе белеп үҫеүсе шәхес тәрбиәләргә тырышам. Форсаттан файҙаланып, коллегаларымды Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә, белем биреүҙә ижади үрҙәргә, яңынан-яңы уңыштарға ирешеүҙәрен теләйем!