Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2018, 14:49

Уҡытыусының эше һәр ваҡытта ла иғтибарға лайыҡ.

Байрамдары уңайынан еңел булмаған, әммә йәмғиәт өсөн иң мөһим һөнәрҙәрҙең береһе тураһында һөйләүҙе үтенеп, беҙ бөгөн уҡытыусыларҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт иттек.

31-се мәктәптең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Гөлшат МАНСУРОВА:
– Беҙҙең нәҫел – уҡытыусылар династияһы, өләсәйем дә, әсәйем дә, атайым да уҡытыусылар, тормош иптәшем һәм үҙем дә ошо һөнәр эйәләре. Шуға ла был байрам көнө минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һөнәр һайлағанда барыһы ла билдәле ине, Миәкә районы Елдәр ауылында уҡып бөткәс, БашДУ-ның филология факультетына барҙым, уны тамамлағас, Стәрлетамаҡта төпләндем. 22 йыл-лыҡ тәжрибәле уҡытыусы булараҡ коллегаларыма, телде өйрәнеүсе балаларға ла мөмкинселектәр бар тип әйтә алам. Сөнки уҡыр өсөн махсус китаптар бар, телде өйрәнергә теләүсе төркөмдәргә лә балалар теләп килә. Уҡытыусыларҙың эштәрен дә баһалайҙар, үҙем дә 2016 йылда “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡалала еңеүсе булдым, республика этаптарында беренсе урынға, ә 2017 йылда Ҡазанда үткән туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары араһында Бөтә Рәсәй оҫталыҡ класы конкурсында беренсе урынға өлгәштем.
Белем биргән кешене һәр саҡ хөрмәтләгәндәр, шуға ла уҡытыусының эше һәр ваҡытта ла иғтибарға лайыҡ һәм коллегаларым ихтирамға лайыҡ булып ҡаласаҡтар, тип уйлайым.
Читайте нас: