Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Октябрь 2018, 18:02

Башҡортостан –ожмах иле

...Тәңре ер йөҙөндәге бар милләттәрҙе йыйып, уларға ер өләшкән, ти. Башҡорт та үҙенә тейеш булған ерҙе алып, ҡайтып барғанда юл ситендә бер кешенең үкһеп илап ултырғанын күргән. Ул кеше һуңлап, ерһеҙ ҡалған икән, башҡорт уға үҙ ерен биргән һәм бының өсөн Хоҙай тарафынан ожмахтың иң түренән урын бирелгән. Бына шуның өсөн беҙҙең Башҡортостан – ожмах иле!

Бына шундай хикәйәт менән башланып китте ҡаланың 25-се коррекцион мәктә-бендә Республика көнөнә арналған сара. Ысынлап та, республикабыҙ ожмах ерендә урынлашҡандай бит. Балалар әлеге саранан һуң был һүҙ-ҙәрҙең мәғәнәһенә нығыраҡ инанғандай булды.
Сараға, әйтергә кәрәк, мәктәптәге бар уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа алдан ентекләп, тырышып әҙерләнде. Унда уҡыусылар, уҡытыусылар ғына түгел, ата-әсәләр, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа килгәйне.
Башта балалар Республика көнөнә арнап әҙерләнгән төр-лө ярыштарҙа (викторина, конкурстарҙа) әүҙем ҡат-нашып, приздар отто. Ә байрамда ғорурланып, хис-ләнеп шиғыр һөйләүҙәре барыһын да тулҡынландырҙы. Бигерәк тә:
Донъяла иң-иң матур ил –
Ул минең Тыуған илем.
Донъяла иң-иң матур тел –
Ул минең туған телем!
– тип, башҡорт телендә яңғыраған шиғыр һәм йыр-ланған башҡорт йырҙары, башҡорт бейеүҙәре барыһын да һоҡландырҙы. “Ожмах еренең” мәҙәни һәм рухи хазинаһы ла ожмахтағылай һоҡланып туйғыһыҙ шул!
Үткәрелгән сараның маҡ-саты балаларҙа Тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү ине, әлбиттә. Башҡортостандың та-рихын, бөгөнгөһөн өйрәнеү, белемдәрен арттырыу, унда йәшәгән төрлө милләттең мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу... – былар барыһы ла сарала башҡарылды, тип уйлайбыҙ. Ошо тойғо-ларҙы беҙ Башҡортостан символикалары тураһында һөйләгәндә, күрһәткәндә, тың-
латҡанда балаларҙың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу, ғорур-ланыу сатҡылары аша күреп шатландыҡ.
Уҡыусыларҙың һәм оло-ларҙың бергәләп милли уйындарыбыҙҙа ҡатнашыу-ҙары, бейеүҙәре сараға йәм өҫтәне. Ҙур түңәрәккә төшөп, йөҙөп йөрөп бейеп тамамланыҡ был күркәм сараны.
Читайте нас: