Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Октябрь 2018, 18:01

Гимныбыҙҙы ғорурланып тыңланыҡ

Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның “Алтынай” балалар баҡсаһында Республика көнөнә арналған “Балҡы һәм сәскә ат – ғәзиз Башҡортостаным!” тигән матур сара үткәрелде.

Башҡорт халҡының уйын-дарына таянып ҡуйылған “Түңәрәк” бейеүе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры, милли уйындары байрамдың төп биҙәге булды. Балалар шулай уҡ республикабыҙҙың символдары менән танышып китте. Бигерәк тә кескәйҙәрҙең Башҡортостан Республикаһы Гимнын ғорур баҫып тыңлап тороуҙары хайран ҡалдырҙы. Ә Динар ағалары (Стәрлетамаҡ филармонияһы артисы Динар Абдуллин) үҙенең тылсымлы ҡурайы менән сығыш яһап, ҡурайҙың нисек килеп сығыуын, ҡайҙа үҫкәнен һөйләгәс, малай-ҡыҙҙарыбыҙҙың күңеле тағы ла күтәрелеп китте. Байрамды тамамлап, кескәй дуҫтарыбыҙҙы сәк-сәк менән сәй эсергә саҡырыуыбыҙ уларҙа милли ризыҡҡа ла иғтибар уятмай ҡалмағандыр.
Читайте нас: