Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Декабрь 2018, 14:31

Бындай хәл уҡытыусыны биҙәмәй…

Татарстанда ғәҙәттән тыш хәл тикшерелә. Бөгөлмәлә уҡытыусы менән уҡыусы араһында булған ҡаршылыҡ бөтә илде шаулатты. Дәрес ваҡытында уҡытыусының уҡыусыһын әшәке һүҙҙәр менән әрләүен балалар диктофонға яҙҙырып, интернетҡа һалған.

Киң йәмәғәтселеккә барып етмәһә, бәлки, шул килеш ҡалған да булыр ине был хәл. Уҡытыусының тәкәббер итеп һөйләшкән яҙмаһын уҡыусы “мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында аҡса йыйыуҙар” тигән популяр төркөмгә ебәргән. Был ғауғалы яҙманан аңлашылыуынса, уҡытыусы 9-сы класс уҡыусыһын әрләй. Был осраҡта “әрләй” һүҙе бик йомшаҡ яңғырай. Ысынында иһә тәжрибәле педагог йәш үҫмергә бик ҡаты итеп, әшәке һүҙҙәр менән аҡыра. Диктофон яҙмаһында ярһыған 34 йыл стажы һәм беренсе квалификация категорияһы булған тәжрибәле уҡытыусының: “Ҡәбәхәт! Хайуан! Әгәр һин тыныслана алмайһың икән, әгәр һин, хәшәрәт, кабинетта тағы ла бер тапҡыр берәй нәмә эшләйһең, яҙаһың икән, мин бер кешене эшкә егәсәкмен һәм һине имгәтәсәктәр”, – тигән һүҙе асыҡ ишетелә.
…Шул уҡ ваҡытта уҡыусы бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлексәһендә иҫәптә торған булған. Быйылғы уҡыу йылында ла урлашыу һәм иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу осрағы буйынса дүрт тапҡыр иғтибар үҙәгенә эләккән.
Тәртипһеҙ уҡыусыны уҡытыусы тәртипһеҙ һүҙҙәр менән тәрбиәләргә мәжбүрме, әллә ипле генә итеп аңлатырға тейеш булғанмы? Нисек уйлаһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар? Һеҙҙән фекерҙәр көтәбеҙ.
Р. ҒӘЛИМОВА әҙерләне.
Читайте нас: