Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2018, 14:56

ТАРИХТЫ ҮҘ ИТӘЛӘР, РОБОТ ТА ЙҮНӘТӘЛӘР

Ишембай ҡалаһында 23-сө тапҡыр “Вәлиди уҡыуҙары” үтте. Унда ҡалабыҙҙың 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары уңышлы сығыш яһаны. Егеттәр менән ғорурланмау мөмкин түгел, сөнки тарих, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай улар, ә тарихи шәхестәребеҙҙең исемдәрен күтәреүҙә, мәңгеләштереүҙә үҙҙәренең бик кескәй генә булһа ла өлөштәрен индерәләр. Хәйер, ҙур эштәр ҙә ошондай һынауҙарҙан башлана бит.


– Беҙ Зәки Вәлидиҙең Көҙән ауылындағы музейын да барып күрҙек. Унда Вәлиди тормошона бәйле әйберҙәр менән таныштыҡ, – тип ғорурланып һөйләй егеттәр был сәфәрҙәре хаҡында.

Был уҡыу йортоноң исеме менән байтаҡ ҡаҙаныштар бәйле. Яҡшы белем биреү һәм тәрбиә шарттарында уҡыусылар төрлө өлкәне лә берҙәй яҡшы өйрәнә. Көндөҙ тарих, тел, әҙәбиәт уҡыһалар, кисен роботтар йүнәтәләр, мәҫәлән. Һүҙем робот менән ҡыҙыҡһыныусылар хаҡында. Әйткәндәй, улар ҙа күптән түгел еңеүҙәр менән ҡайтты. Бөрө ҡалаһында уҙған техник ижад буйынса республика конкурсында ҡатнашып, 9-сы класс уҡыусылары Салауат Кәримов менән Арыҫлан Хафизов “Роботты пилотлау” йүнәлешендә абсолют еңеүсе булһалар, Вилдан Фәхретдинов – “Туранан йүгереү” йүнәлешендә еңеүсе булған. Түңәрәктең етәксеһе – уҡыу йорто директоры урынбаҫары Ренат Кәримов.

Егеттәрҙе ихлас ҡотлап, афарин, тибеҙ!


Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: