Ашҡаҙар
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ғинуар 2019, 17:54

Дәүләт Думаһы Башҡортостан парламенты башлаған мәғариф тураһындағы законға төҙәтмәләрҙе ҡабул итте

Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән һәм Рәсәй парламентының түбәнге палатаһына тәҡдим иткән «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡабул итте.

«Закон проекты 2017 йылдың декабрендә «Федераль учреждениеларҙың медик-социаль экспертиза һәм ойошмаларҙың мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү шарттары сифатын бойондороҡһоҙ баһалауҙы үткәреүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 392-се федераль законын ҡабул итеү сәбәпле килеп тыуған хоҡуҡи коллизияны бөтөрөүгә йүнәлтелгән», – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Уның һүҙҙәренсә, һүҙ белем биреү ойошмалары эшмәкәрлеген бойондороҡһоҙ баһалау өлкәһендә дәүләт органдары вәкәләттәре хаҡында бара. Ҡабул ителгән законға ярашлы, мәғариф эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу шарттары сифаты баһаланырға тейеш.
«Ләкин «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль закондың ҡайһы бер статьяларында шарттар төшөнсәһен үҙ эсенә алмаған мәғариф эшмәкәрлеге сифатын бойондороҡһоҙ баһалау тураһында элекке формулировка һаҡланған. Беҙҙең закон сығарыу башланғысы ошо етешһеҙлекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән», — тип өҫтәне Константин Толкачев.
Закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарау барышында уға Рәсәй хөкүмәтенән һәм Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса профилле комитетынан ыңғай баһаламалар килде.
http://www.bashinform.ru/news/1258668-gosduma-prinyala-initsiirovannye-parlamentom-bashkirii-popravki-k-zakonu-ob-obrazovanii/
Читайте нас: