Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ғинуар 2019, 12:22

«Берҙәм Рәсәй» уҡытыусыларҙың һәм табиптарҙың бүләктәр алыу хоҡуғын ҡануни яҡтан һаҡлап ҡала

«Берҙәм Рәсәй» уҡытыусыларҙы һәм табиптарҙы бүләктәр ҡабул итеүҙе тыйырға тәҡдим иткән вазифалы кешеләр исемлегенән алған хөкүмәт закон проектына төҙәтмәләр әҙерләй. Был турала «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Яңы мәктәп» проекты координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Алена Аршинова белдерҙе.

«Тәү сиратта көстө хеҙмәткәрҙәрҙең ошондай социаль мөһим категорияларының хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтергә кәрәк. Шуға күрә әлеге шарттарҙа бындай ҡарашты системалы түгел тип иҫәпләйбеҙ, уҡытыусыларҙың һәм табиптарҙың эш шарттарын үҙгәртеү өҫтәмә сикләүҙәр призмаһы аша ғына ҡарала», — тине Аршинова.
2018-2020 йылдарҙа коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса милли планды тормошҡа ашырыу барышында Хөкүмәт Дәүләт Думаһына граждандарҙың айырым категорияларына бүләктәр тураһында нормалар көйләнгән закон проекттары пакетын индерҙе. Сикләүҙәр Федерация Советы ағзаларына, Дәүләт Думаһы депутаттарына, урындағы үҙидараның һайлау органы депутаттарына йәки ағзаларына, Рәсәйҙең, ил төбәктәренең дәүләт вазифаларын биләгән башҡа кешеләргә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.
http://www.bashinform.ru/news/1260395-edinaya-rossiya-zakonodatelno-sokhranit-pravo-uchiteley-i-vrachey-prinimat-podarki/
Читайте нас: