Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ғинуар 2019, 14:53

Гимназистарҙан әҙәби күстәнәс

Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ төрлө фәндәрҙән уңыштар ҡаҙана, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Күптәр әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, шиғыр уҡыйҙар, шиғыр, хикәйә яҙалар. Улар үҙҙәрен төрлө-төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ла һынап ҡарай. Шиғыр һөйләү бәйгеһе буйынса, мәҫәлән, Семенова Юлиәгә етеүсе булмаһа, кроссвордтар бәйгеһендә Мокроусова Софьяның эше иғти-барға лайыҡ. Ә икенселәрҙең (2-се класс уҡыусылары) шиғырҙары күп өмөттәр бағлай. Иғтибарығыҙға йәш ижадсыларыбыҙҙың бер нисә эшен тәҡдим итмәксемен.Гөлнара БАТТАЛОВА, 4-cе гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Башҡортостаным
Башҡортостан – алтын бишеккәйем,
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ергенәм.
Һиндә тыуып, һиндә үҫкәнемә
Ғорурланам, сикһеҙ һөйөнәм.
Болондарың, ялан-туғайҙарың
Илертәләр тәмле еҫтәргә.
Сут-сут һайрап торған ҡошҡайҙарың
Иҫертәләр моңло көйҙәргә.
Ә тауҙарың ниндәй ғорур тора –
Салауаттың иле мин тиеп.
Эйе, дөрөҫ, был батырҙар яғы
Урал, Ҡараһаҡал төйәге.
Шишмәләрең, илем, сылтыр-сылтыр
Төрлө тарафтарға юл ала.
Тирә-яҡҡа аҡлыҡ, сафлыҡ һирпә,
Гүйә, бөйөк шәхес Аҡмулла.
Ә урманың шундай гүзәл һинең,
Ниндәй генә үҫмәй ағастар.
Имәне лә, йүкә- сағаны ла,
Нескә билле зифа ҡайындар.
Йылғаларың ярҙарына һыймай,
Урғылыуға күҙҙәр ҡамаша.
Йәйғор кеүек балҡый тыуған ерем –
Мәңге күреп туймаҫ тамаша!
Динар Сабитов,
10Б класы уҡыусыһы.
Гүзәл илем
Матур ерем, гүзәл илем,
Ғәзиз Башҡортостаным.
Һине маҡтап, һине данлап
Ата минең һәр таңым.
Һине маҡтап ҡоштар һайрай,
Шатланышып һәр көнгә.
Һине данлап урман шаулай,
Сәләм биреп һәр кемгә.
Һине маҡтап аға йылға,
Ярҙарына һыя алмай.
Һине данлап иҫә елдәр,
Ғорурлығын йәшермәй.
Һине маҡтап үҫә үлән,
Сәскәләре, гөлдәре...
Һине данлап йырлай-йырлай
Аға саф шишмәләре.
Матур ерем, гүзәл илем,
Ғәзиз Башҡортостаным.
Йәшә гөрләп, сәскә атып,
Тыныс булһын һәр таңың!
Адик Батталов,
11Б класы уҡыусыһы.
Тыуған яҡ
Эй, тыуған яҡ, тыуған яҡ,
Гүзәл, матур, сибәр яҡ.
Йыраҡҡа киткән сағымда
Һағындыра торған яҡ.
Эй, тыуған яҡ, тыуған яҡ,
Тау, йылғаларға бай яҡ.
Иң тәмле, саф һыуҙар менән
Һоҡландыра торған яҡ.
Эй, тыуған яҡ, тыуған яҡ,
Тәпәй киткән ғәзиз яҡ.
Алтын-көмөштәрҙән ҡиммәт
Башҡортостан – гүзәл яҡ.
Ильяс Абдуллин,
8Б класы уҡыусыһы.
Данлыҡлы яҡташым
Башҡортостандың данлы улдарының исеме ҡайҙа ғына, ҡасан ғына яңғырамаһын, үҙеңдең шул ерҙә йәшәгәнең иҫкә төшә лә күңелде ғорурлыҡ, ҡыуаныс тойғолары биләп ала.
Каникулыбыҙҙы олатай менән өләсәй янында, Ҡырмыҫҡалы районының Мырҙа ауылында үткәрәбеҙ. Ә ял ваҡытындағы бер ваҡиға күңелемдә мәңгелеккә уйылып ҡалды.
Шулай бер көндө иртәнге сәйҙән һуң атайым:
– Ҡыҙҙар, мин һеҙҙе Шайморатов һәйкәле янына алып барам. Яҡыныраҡ танышырбыҙ, халҡыбыҙҙың данлы улы ул, – тине.
Беҙ шатланып риза булдыҡ. Генерал Миңлеғәле Шайморатов – үҙебеҙҙең район кешеһе, Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры икәнен беләбеҙ ҙә. Балалар баҡсаһында, мәктәптә, төрлө байрамдарҙа гимн һымаҡ йырланған «Шайморатов-генерал» йырын кем белмәй икән?
Яугирҙың тыуған ауылы Биштәкә хәҙер уның хөрмәтенә Шайморатов ауылы тип йөрөтөлә. Беҙҙең ауылдан бик алыҫ та түгел, тиҙ барып еттек беҙ һәйкәлгә.
Күҙ алдына килтерегеҙ: постаментта ҡойоп ҡуйған һымаҡ матур ат, ат өҫтөндә - генерал Шайморатов! Үҙен тотошо, оҫта ултырыуында саялыҡ, батырлыҡ, ғорурлыҡ сағыла. Ә күҙ ҡарашында – тәүәкәллек, аҡыл ярылып ята. Ул алға ҡараған. Бәлки, алда яу яланылыр, бәлки, башҡорт кавалеристары командирынан бик кәрәкле күрһәтмәләр көтәлер.
– Бына, ҡыҙҙарым, халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ улы генерал Шай-моратовҡа беренсе һәйкәл. Ул өс йыл элек 2015 йылда асылды. Авторы-Өфө скульпторы Денис Стритович. Беләһегеҙме, беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла Шайморатов урамы бар, – тип һөйләп китте атай. – Миңлеғәле олатайығыҙ һуғышҡа инер алдынан, дивизияның байрағын үбеп, бөтә һалдаттар исеменән ант итә: «Беҙ халыҡтың ышанысын аҡларбыҙ, дошман менән батырҙарса, һуңғы тамсы ҡаныбыҙ аҡҡансы һуғышырбыҙ һәм енеү менән ҡайтырбыҙ», – ти ул. Улар һүҙҙәренә тоғро ҡала!
...Атай һөйләй, ә беҙ тынып ҡалғанбыҙ, күңелдәрҙә ғорурлыҡ та, үкенестәр ҙә бар. Атайға эйәреп, ҡулдағы сәскәләрҙе постаментҡа һалабыҙ. Эйе, Шайморатов генерал халыҡ хәтерендә, батырлыҡ, илһөйәрлек символы, ысын Герой булып ҡаласаҡ. Ә кеше ғүмерен өҙгән һуғыш булмаһын, тигән теләк ине һәр беребеҙҙә.
Регина Ҡыуатова,
9Б класы уҡыусыһы.
Читайте нас: