Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ғинуар 2019, 13:49

«Өйҙә уҡыйбыҙ»

Ошондай девиз аҫтында БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында Башҡортостандағы вуз ректорҙарының осрашыуы булды. Сарала уҡыусылар, уҡытыусылыр һәм ата-әсәләр өсөн ҙур майҙан ойошторолдо. Төрлө-төрлө һөнәрҙәр һәм белем биреүҙең яңы йүнәлештәре менән республиканың 7 вузынан йыйылған ҡатнашыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәре аша танышырға мөмкин булды.

Мәҫәлән, үҙҙәренең оҫталыҡ дәресендә авиация университеты «пилотһыҙ осоусы аппарат» менән идара итергә өйрәтте, ә нефтселәр химик процестарҙа виртуаль технологияларҙы нисек ҡулланыу тураһында күрһәтте. Аграрсылар аш-һыу әҙерләү технологияһы менән бүлеште, медицина университетынан килгән вәкилдәрҙең оҫталыҡ дәресе юл фажиғәһенә тарыусыларға ашығыс ярҙам күрһәтеү буйынса булды. Сәнғәт институты актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрес үткәрһә, М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеты дәресе рус теленең үҙенсәлектәре тураһында ине.
Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары иһә уҡыусылар өсөн бер юлы ете оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы: «Роботтарҙы программалау», «3D моделе әҙерләү һәм уны баҫыу», «Биотехнология һәм биомедицина», «Криминалистик лаборатория» һәм башҡалар.
Сарала уҡытыусылар өсөн берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек һәм тәбиғи фәндәр циклы предметтарын уҡытыу үҙенсәлектәре методикаһы буйынса дәрестәр уҙғарылды.
Белем биреүҙә алдынғы йүнә-лештәр һәм вуздарҙың презен-тациялары менән күргәҙмәлә танышырға мөмкин ине. Шулай уҡ дөйөм ҡала ата-әсәләр йыйылышы сиктәрендә буласаҡ абитуриенттарҙың ата-әсәләренә туранан-тура вуз ректорҙары менән аралашыу мөмкинселеге тейҙе. Уҡырға ингәндә льготалар бармы, күпме бюджет урындары, шәхси ҡаҙаныштар нисек иҫәпкә алына – ошолар тураһында уларҙың үҙҙәренән ишетергә мөмкин ине.
Форум сиктәрендә ҡала хакимиә-те башлығы Владимир Куликов менән БР вуз ректорҙары Советы рәйесе Рәмил Бәхтизин һәр яҡлап хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Республика вуздарын һәм мәктәптәрен тамамлаусылар ситкә сығып китеү яғын ҡараған заманда бындай хеҙмәттәшлек бик тә мөһим. Был теманы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Рәил Әсәҙуллин һәм муниципаль берәмектәр башлыҡтары, шулай уҡ эш биреүселәр ҡатнашлығындағы “түңәрәк өҫтәл”дә тикшерҙеләр.
– Һәр кемдең дә фекере мөһим, сөнки беҙ бит дәүләттең тырышлығын төп “ауыртҡан урындарға” йүнәлтергә теләйбеҙ. Ҡәнәғәт булмаған эш биреүселәр аҙыраҡ булһын өсөн, исем өсөн генә диплом алып, уны ҡайҙа ҡулланырға белмәй йөрөгән эшһеҙҙәр булмаһын өсөн, беҙҙең уҡыу йорттарын тамамлаусылар һөнәр һайлағанда аңлап эш итһен өсөн, – тине Ленара Иванова. – Республика иҡтисады беҙгә нимә тәҡдим итә – ректорҙар менән осрашыуҙар кеүек бындай күсмә саралар ошо турала күберәк мәғлүмәт еткерергә форсат бирә. Республикабыҙҙа яҡшы эш хаҡы түләгән, заманса эш урындары булған ниндәй предприятиелар бар, ҡайҙа ниндәй һөнәрҙәр талап ителә, беҙҙәге вуздарҙа ниндәй белгестәр әҙерләйҙәр – бөгөнгө көндә ошолар мөһим. Урындағы мәктәптәр менән мотлаҡ эшләргә кәрәк.
“Түңәрәк өҫтәл”дән һуң Стәр-летамаҡ ҡала хакимиәте, БР юғары уҡыу йорттары ректорҙар Советы һәм республика белем биреү учреждениелары араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Уның нигеҙендә Стәрлета-маҡта педагогик һәм медицина профилле кластар асыласаҡ. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт уни-верситеты һәм Стәрлетамаҡ күп профилле колледж беҙҙең ҡа-лала педагогик кластар өсөн, ә Стәрлетамаҡ медицина колледжы һәм медуниверситет медицина кластары өсөн яуаплы буласаҡ.
Роза САФИНА.
Читайте нас: