Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар 2019, 23:47

УҠЫТЫУСЫБЫҘ ДЕКАН БУЛЫП КИТТЕ

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының яңы деканы менән таныштырҙылар. Вазифаны филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина башҡарасаҡ. Гөлфирә Риф ҡыҙының хеҙмәт юлының күп йылдары Стәрлетамаҡ менән бәйле.




Яңы декан тәғәйенләнеүе тураһында уҡыу йортоноң Ғилми советтында ректор Николай Морозкин менән ғилми һәм инновацион эшмәкәрлек буйынса проректор Вадим Захаров хәбәр иткән. Гөлфирә Риф ҡыҙы Стәрлетамаҡ халҡына таныш, ул 1995 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Ҡыҙыл дипломлы белгес ошо уҡ уҡыу йортонда тәүҙә ассистент булып ҡала, артабан өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, ғилми эштәр буйынса декан урынбаҫары булып үрләй.

«Студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эштәре үҫеше өсөн» Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының билдәһе менән наградланған. Хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Ишембай районы Маҡар ауылы ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында байтаҡ хеҙмәттәр атҡарып, күптән түгел генә Өфөгә юлланған ине. Әле булһа башҡалала йәшәүселәр тырыш яҡташыбыҙға яуаплы вазифаны ышанып тапшырыуҙары тураһында билдәле булды. Артабан да уңыштар теләп ҡалайыҡ!
Читайте нас: