Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2019, 14:46

Һиндостандан – белем юллап

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы математика һәм мәғлүмәт техно-логиялары факультетында һинд студенттары уҡыуы тураһында ишеткәс, улар менән яҡынданыраҡ барып танышыу теләге тыуҙы. Ошо маҡсатта физика-математика факультетының ғәмәли программалау бүлеге етәк-сеһе Антон Анатольевич Бормисов менән әңгәмәләшергә булдыҡ.

– Антон Анатольевич, һинд студенттары ниндәй һөнәргә эйә буласаҡ?
– Улар яңы заманса йүнәлештәге «Виртуаль һәм тулыландырылған реаллекте (ысынбарлыҡты) програм-малау һәм дизайн» буйынса (көндөҙгө бүлектә) белем ала.
– Йәғни?..
– Улар программист булып сығасаҡ. Мәҫәлән, мобиль ҡушымталар, сайттар, компьютерҙар өсөн ғәҙәти програм-малар менән эшләйәсәктәр.
– Был заманса йүнәлеш буйынса белгестәрҙе күптән әҙерләйһе-геҙме?
– Әлегә был программа буйынса тик улар ғына уҡый. Алдағы йыл үҙебеҙҙең студенттар менән ҡушырға уйлайбыҙ. Үҙебеҙҙең студенттарға беренсе се-местрҙа тик инглиз телен өйрәтеү менән генә мәшғүл буласаҡбыҙ. Икенсе йылға был төркөмгә 50 кеше йыйырға ниәтләйбеҙ.
– Һиндтар беҙгә нисек килеп сыҡты? Ғөмүмән, был идея ҡайҙан килде?
– Улар беҙҙе үҙҙәре тапты, тиергә була. Һиндостанда беҙҙең партнерыбыҙ бар, йәғни партнерлыҡ компаниялары. Беҙ был эште «StarEducationGuidance» компанияһы менән ойошторҙоҡ. Һин-достандың Төньяҡ-Бенгаль универси-теты профессоры Камал Канти Нанди беҙҙең вуздың күптәнге дуҫы.
Астрофизик былтыр беҙгә килгәндә газ дина-микаһы тураһында доклад менән сығыш яһа-ғайны. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда уның бер нисә студенты уҡый. Бер студенты уңышлы диссертация яҡлап, Өфөлә эшләп йөрөй.
– Һиндостанда был фәндәрҙе уҡыт-майҙармы ни?
– Уларҙың үҙҙәрендә лә бар. Һиндостандан килгәндәр башлыса медицина вуздарында уҡыйҙар. Мәҫәлән, Өфөлә. Ни өсөн тигәндә, уларҙа медиктарға яҡшы эш хаҡы түләнә һәм табип һөнәре абруйлы тип иҫәпләнә. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең илдә сит ил студенттарына белем биреп, аҡса эшләү йылдан-йыл популярлаша бара.
– Әлеге ваҡытта был төркөмдә нисә кеше уҡып йөрөй? Барыһы ла мәктәптән һуң килгәнме?
– Әлегә беҙҙә Һиндостандан 15 студент белем ала. Башлыса мәктәпте тамамлағандан һуң килгәндәр, икәүһе – өлкәнерәктәр.
– Фәнде үҙләштереүҙә ҡатмарлыҡтар ҙа юҡ түгелдер...
– Әлбиттә, сит ил мөхитендә тәрбиәләнгән, белем алған студенттар менән беренсе йыл эшләү еңелдән түгел. Әммә индустар (беҙ уларҙы шулай тип йөрөтәбеҙ) үҙҙәре бик асыҡ күңелле, аралашыусан. Шуға күрә улар менән аралашыуы еңел.
– Уҡытыу ниндәй телдә алып барыла?
– Беҙ уларҙы саф инглиз телендә генә уҡытабыҙ. Уларҙа инглиз теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә, шуға инглиз телен яҡшы беләләр. Рус телен беҙҙә фән (предмет) булараҡ өйрәнәләр. Быныһы инде кешеләр менән аралашыу өсөн кәрәк. Әйтәйек, магазинға сыҡҡанда һ.б. Әйткәндәй, улар күбеһенсә Гужарат штатынан килгәндәр. Үҙ-ара ошо гужарати телендә аралашалар.
– Һиндтар ни өсөн фәҡәт беҙҙең вузды һайлаған?
– Бөтә ерҙә лә бындай программа буйынса белгестәр әҙерләмәйҙәр. Йә Мәскәүҙе, йә Стәрлетамаҡты – икеһенең береһен һайлау мөмкинлеге бар. Беренсенән, беҙҙең ҡалала белем алыу улар өсөн күпкә арзаныраҡҡа төшә. Стәрлетамаҡ – йәшәү өсөн уңайлы, таҙа һәм тыныс ҡала. Бында улар ятаҡта йәшәй, торлаҡ хаҡы арзан, уҡырға йөрөү өсөн ике минутлыҡ ҡына араны үтергә, үҙҙәренең айырым ашханаһы бар. Уҡытыу кимәле беҙҙә юғары тип әйтергә мөмкин. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, әлбиттә, улар беҙҙең ҡаланы һайлаған. Улар беҙҙе һайлаған һәм беҙ ҙә уларҙы ҙур теләк менән компьютер программаһы серҙәренә төшөндөрәбеҙ. Вуз һәр яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Был йәһәттән БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Алексей Ковальскийҙың хәстәрлеклелеге, барыһын да алдан күҙаллап, уңайлыҡтар булдырып эш итә белеүе, һис һүҙһеҙ, маҡтауға лайыҡ.
– Уларға беҙҙә оҡшаймы?
– Эйе. Уларға бик ҡыҙыҡ. Беҙҙең Башҡортостан тәбиғәтен бик яраталар. Хатта беҙ улар менән бергәләп тәбиғәткә сығып саңғыла йөрөп килдек. Ғүмерендә беренсе тапҡыр саңғыға баҫыуҙарына ҡарамаҫтан, был шөғөл күңелдәренә хуш килде.
– Яңы йылда беҙҙә булдылармы?
– Эйе. Уларҙың үҙҙәрендә Яңы йыл байрамы ноябрь башында була. Был – календарға бәйле түгел. Ғөмүмән, уларҙа төрлө байрамдар күп. Мәҫәлән, һауа осорғосо (воздушный змей) байрамы.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Күреүебеҙсә, Стәрлетамаҡ фундаменталь һәм ғәмәли фәндәр үҙәгенә әйләнә бара. Бындай диплом алған студенттар, һис шикһеҙ, ошо өлкәлә лидер буласаҡ. Алға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ, һеҙгә лә, студенттарға ла уңыш йылмайһын!
Роза САФИНА
әңгәмәләште.
Читайте нас: