Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Февраль 2019, 11:56

Стәрлетамаҡта республикалағы иң ҙур мәктәп төҙөлөшө тамамланды

Стәрлетамаҡта республиканың 100 йыллығына Башҡортостанда иң ҙур мәктәп төҙөлдө.

«23-сө мәктәп 1225 урынға иҫәпләнгән. Уның дөйөм майҙаны — 18 мең квадрат метр. Яңы мәктәп төҙөлөшө тамамланды. Яҡын арала уны асыу тантанаһы була», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин.
Дүрт ҡатлы бинала 495 урынлыҡ тамашалар залы һәм 420 урынлыҡ ашхана урынлаша. Спорт залдарында инвентарь, кейенеү, душ бүлмәләре, санузелдар, тренерҙар бүлмәһе һәм саңғы һаҡлау урыны бар. Медицина блогы табип бүлмәһенән, процедуралар, прививка яһау һәм стоматология кабинеттарынан тора. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн мәктәп лифт менән йыһазландырылған.
Уҡыусылар төплө белем алһын өсөн заманса компьютер интерактив комплексы һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре кабинеты бар. Бынан тыш, республикалағы иң ҙур мәктәп проекты ҡышҡы баҡса һәм музей урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота.
Проект авторҙары уҡытыусыларҙың уңайлығы тураһында ла хәстәрлек күргән — хәҙер улар яңы мәғлүмәт үҙәгендә методик эш менән шөғөлләнә ала.
«Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына төбәктә 100-ҙән ашыу объект төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. Шуларҙың 30-ы — мәктәп», — тип өҫтәне республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин.
http://www.bashinform.ru/news/1268961-k-100-letiyu-bashkirii-v-sterlitamake-postroena-samaya-bolshaya-shkola-v-respublike/
Читайте нас: