Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Февраль 2019, 14:29

Заман менән бергә

Бөгөн илебеҙ ғалимдары үҙҙәренең һөнәри байрамын ҡаршылай. Уларҙың фәнгә ҡыҙыҡһына башлауҙары, тәүге асыштары юғары уҡыу йорттарында уҡыған мәлдәренә тура килә. Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында ла белем биреү менән бер рәттән фәнни эшмәкәрлек көслө алып барыла. Йәш ғалимдарға булдырылған мөмкинлектәр тураһында филиалдың директоры Рөстәм Риф улы Дәминев менән аралашып белдек.

– Асыш яһау өсөн уҡыу йортонда студенттарға мөмкинлектәр бармы, ғөмүмән, эш нисек ҡоролған?
– Беҙҙең уҡыу йортонда фәнни-ғәмәли тикшеренеүҙәр буйынса ҙур эш алып барыла. Был өлкәлә уҡытыусылар, студенттар, кафедра аспиранттары тырышып эшләй, 2018 йыл эсендә генә 40-тан ашыу студентыбыҙ ҡатнашты. Беҙҙә бы-ның өсөн лабораториялар бар, ундағы ҡоролмалар ярҙамында төрлө кимәлдәге тикшеренеүҙәр ойошторорға, ҙур булмаған сәнәғәт үрнәктәре яһап ҡарарға була. Әгәр ҙә проект уңышлы килеп сыҡһа, уны предприятие нигеҙендә башҡарыу мөмкинлеге лә бар. Әлбиттә, студенттарҙың эшмәкәрлеге башланғыс ҡына, ә бына ысын заказдарҙы үтәү өсөн беҙҙең хеҙмәткәрҙәр яуаплы.
– Ә һеҙгә ундай тикшеренеүҙәргә йүнәлеште, заказдарҙы кемдәр бирә?
– Ғөмүмән, фәнни эште башлап ебәреү өсөн ниндәйҙер бер йүнәлеш булырға тейеш, ә бында ундай йүнәлештәр күп. Инициативалы эштәр, тикшеренеүҙәр Федераль йүнәлешле программалар, Рәсәй фундаменталь фәнни тикшеренеүҙәр фонды һәм сәнәғәт предприятиелары заказы буйынса үтәлә. Бында синтез яһау, автоматлаштырыу, моделдәр яһау, экология мәсьәләләре, ҡоролмалар уйлап табыу, элеккеләрен яҡшыртыу, яңыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ.
– Рөстәм Рифович, ә һеҙ бер нисәһен айырып әйтә алаһығыҙмы?
– Фәнни тикшеренеүҙәр көндәлек тормошҡа яраҡлы булырға тейеш. Мәҫәлән, 2018 йылда вузда дәүләт бурысын үтәү йөҙөнән «Ҙур ҡала агломирацияһы шарттарында һыу менән тәьмин итеүҙә булған экологияға бәйле хәүефтәрҙе анализлаусы һәм билдәләүсе система»ны яһаныҡ. Быйыл иһә йәнә ҙур эшкә тотондоҡ. Бөтә Рәсәй конкурсы нигеҙендә Рәсәй фундаменталь фәнни тикшеренеүҙәр фонды грантын алдыҡ, уның буйынса нефть ҡалдыҡтарынан зыян күргән ер ҡатламдарын эшкәртеү өсөн экологик таҙа булған электрохимик ысулды уйлап табырға тейешбеҙ. Эште өс йыл эсендә башҡарып сығырға кәрәк. Әлегә тиклем бындай оҙайлы эш йөкмәткәндәре юҡ ине, тимәк, беҙҙең эштәрҙе юғары баһалайҙар һәм ышаныстары ныҡлы.
– Эшҡыуарҙарҙың да йомошон үтәйбеҙ, тип әйткәйнегеҙ.
– Үткән йылда ҙур сәнәғәт, урта һәм бә-ләкәй бизнес предприятиелары тәҡдиме менән 10-дан ашыу ғилми-тикшеренеүҙәр, тәжрибә-конструктор эштәр, мәҫәлән, төҙөлөш материалдарының составын тикшереү, эшкәртелгән катализаторҙар-ҙан пигменттар бүлеп сығарыу, нефть химияһы предприятиеларының ҡалдыҡтарын эшкәртеү өҫтөндә эшләнек. Әле филиалдағы ғалимдарҙың эштәре нигеҙендә индустрия өлкәһендәге партнерҙарыбыҙ менән сәнәғәт базаһын булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр алып барабыҙ. Үҙебеҙҙең фәнни тикшереүҙәр ерлегендә уйлап сығарылған продукцияны етештереү тураһында хыялланабыҙ. Йәғни һүҙ оҙаҡ йылдар сифатын юғалтмаған буяуҙар, лактар, дезинфекция яһауҙа ҡулланылған продукцияның яңыртылған төрҙәре, катализаторҙарҙың ҡулланыу сифатта-рын яҡшыртыу өсөн микро тулҡынлы сағылдырыу ярҙамында модификация-лау, шулай уҡ полимерҙарҙың да өҫкө ҡатламын үҙгәртеп, уның ҡулланыу сифатын арттырыу тураһында бара.
Ҙур предприятиелар менән проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында ла пландар бар. Мәҫәлән, «Башнефть» предприятиеһында нефть шламдары эшкәртеү, «Башҡорт сода компанияһы»нда сода һәм поливинилхлоридтарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-уҡытыу үҙәге булдырырға уйлайбыҙ. Беҙҙең филиалда был компания әлеге мәлдә махсуслаштырылған лаборатория урынлаштыра. «ХайдельбергЦемент Рус»та альтернатив яғыулыҡ ҡулланыу, «Красный пролетарий»ҙа тирә-яҡ мөхиткә мониторинг яһаусы блоклы мобиль станциялар, күптән түгел генә барыһы өсөн да яңылыҡ булып торған «Эко-Сити» төбәк операторында сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса майҙансыҡтар булдырыу өҫтөндә эш алып барыла.
– Һеҙ шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты вазифаһын да биләйһегеҙ, был йәһәттән фән өлкәһенә ниндәй бәйлелек бар?
– Һуңғы арала белгестәрҙең сит тарафтарға китеү осраҡтары йышайҙы, ә бындай фәнни эштәр яңы сәнәғәт өлгөләрен булдырырға ярҙам итә. Юғары уҡыу йорто әгәр ҙә был өлгөләрҙе уйлап сығара икән, тимәк, был предприятиеларға ниндәй белгестәр кәрәклеген белә һәм әҙерләй. Тимәк, диплом алған студент ҡалабыҙҙа эшкә ҡалыуға мөмкинлектәр арта. Мәҫәлән, алдараҡ «Эко-Сити» тураһында әйтеп үткәйнем инде. Тап унда эшләргә яраҡлы хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү өсөн «Экологик хәүефһеҙлек һәм ҡалдыҡтар әйләнеше» кафедраһын булдырҙыҡ. Ғөмүмән алғанда, фән халыҡҡа ярҙам итеү өсөн йүнәлтелгән, уның ярҙамында яһалған асыштар эш урындары булдырыуҙан башлап, тормошто еңелләштергән яңы технологияларға, киләсәктә күрергә теләгән һанлы заман хыялдарына тиклем барып тоташа.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: