Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, уның урынбаҫарҙары Михаил Григорьев, Радик Ғәлиев, ҡаланың мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев һәм хәбәрселәрҙән торған делегация яңы белем биреү учреждениеһын барып күрҙе, тәүге уҡыусылар менән аралашты.
– Балаларға ҡарағанда ата-әсәләр нығыраҡ тулҡынланды шикелле бөгөн. Уҡыусыларыбыҙ яңы мөхиткә шунда уҡ өйрәнде, шатланышып кластар буйлап таралышты. Кескәйҙәргә экскурсия ойошторабыҙ, әйҙәгеҙ, һеҙгә лә мәктәпте күрһәтәм, – тип, ҡаршы алып тора ине мәктәп директоры Оксана Самойлова.
Ысынлап та, бындай ҙур мәктәптә экскурсия ойоштормай булмай, яңы йыһазға, киң бүлмәләргә ҡарап, яңы фатирҙағы кеүек һауа һулап, онотолоп, аҙашып ҡалыуың да мөмкин бында. Ошондай үк тәүге тәьҫораттарҙы тәүге тапҡыр уҡырға килгән 400-ҙән ашыу бала кисергән дә инде, әле һаман да ата-әсәләрҙән ғаризалар килә. Артабан да уҡыусылар һаны үҫәсәк әле, бында уҡырға килеүселәр ошоға тиклем 1-се, 32-се, 33-сө мәктәптәрҙә һәм 5-се гимназияла уҡыған булған.
Республикала әлегә был мәктәп иң ҙурҙарҙан һанала, унда 1225 уҡыу-сы белем аласаҡ. Ҡала хакимиәте башлығы дүрт ҡатлы бинала иркен кластарҙы, уйын бүлмәләрен, заманса мультимедия системалы 495 урын-лыҡ тамашалар залын ҡарап сыҡты. Шулай уҡ мәктәптә 420 урынлыҡ ашхана, заманса йыһазландырылған ике спорт залы, кейенеү, душ бүл-мәләре, санузелдар, тренерҙар бүлмәһе һәм саңғы һаҡлау урыны бар. Медицина блогы табип бүлмәһенән, процедуралар, прививка яһау һәм стоматология кабинеттарынан тора. Һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләргә лифт та ҡуйылған. Уҡыусылар төплө белем алһын өсөн заманса компью-тер интерактив комплексы һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү кабинеты бар, тағы ла ҡышҡы баҡса һәм музей эшләйәсәк.
Проект авторҙары уҡытыусылар-ға уңайлылыҡ тураһында ла хәстәр-лек күргән – хәҙер улар яңы мәғлүмәт үҙәгендә методик эш менән шөғөлләнә ала.
– Кисә генә лицензия алдыҡ, ә бөгөн уҡыусылар мәктәпкә лә килде. Был биҫтәлә мәктәп һауа кеүек кәрәк ине. Кадрҙар тупланған, мәктәп заман талаптары буйынса йыһазландырылған, балалар сифатлы белем аласаҡ, – тине ҡала етәксеһе Владимир Иванович мәктәпте ҡарап сыҡҡандан һуң. Әйткәндәй, яңылыҡтар бының менән генә тамамланмай, мәктәп тәүге көндәрҙән үк биш көнлөк уҡыуға ла күсте.
Төҙөүселәр үҙҙәренең эшен та-мамланы, хәҙер уҡытыусыларға сифат-лы белем бирергә, ә уҡыусыларға тырышып уҡырға ғына ҡала.