Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Февраль 2019, 13:27

Һағындырған мәлдәр – мәктәп йылдары

3-сө башҡорт лицей-интернатында уҡыу йортон бынан 10 һәм 20 йыл элек тамамлаусылар осрашты. Бындай осрашыуҙар белем усағында йолаға әүерелгән.

Илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы, элекке лицей уҡыусыларын лицей директоры Гөлшат Әхмәтова ҡайнар сәләмләне. Артабан иһә һәр кем нисек уҡырға инеүен, уҡыу йылдарын иҫкә төшөрөп үтте, остаздары тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Элекке уҡыусылар күмәкләп яратҡан остаздары менән география, химия, физкультура дәрестәренә сәйәхәт ҡылды. Батыр Шәриповтың шиғыры һәм Нәзир Ғәлин башҡарған инглиз телендәге йыр һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ә осрашыу иһә дөйөм футбол уйыны менән тамамланды.
– Ашнаҡсы Мөнирә Латипова: «Минең эштең һөҙөмтәһе шунда уҡ беленә, ә тәрбиәселәрҙең эше бер нисә йыл үткәс кенә... – тип әйтә торғайны. Ысынлап та, беҙ үҙебеҙҙең эштең һөҙөмтәһен йылдар үткәс кенә, ошондай осрашыуҙарҙа күрәбеҙ һәм эшебеҙҙән ҡыуаныс кисерәбеҙ, сөнки беҙгә бөгөн бынамын тигән ҡунаҡтар килде, – тип һөйләй лицейҙың тәрбиәүи эш-тәр буйынса директор урынбаҫары Розалия Хәкимова ла. Килешмәү мөмкин түгел: республикаға буласаҡ шәп кадрҙар әҙерләй был уҡыу йорто, уны тамамлаусыларҙың уңыштары күҙ алдында: яуаплы вазифаларҙа, етди эш урындарында уларҙы йыш ҡына осратырға була. Әммә шуныһы ла ҡиммәт: бындай осрашыуҙарҙа уҡыу йортон ҡасандыр тамамлаусылар, ниндәй вазифа биләүҙәренә ҡарамаҫтан, тыуған лицейҙарын онотмай, етәк-селеккә, тәрбиәселәргә ихлас рәхмәттәрен еткерә.
Иң мөһиме, әлегеләй осра-шыуҙар аша ун-егерме йыл элек лицейҙы тамамлаусылар менән әле уҡып йөрөүселәр араһында ныҡлы бәйләнеш булдырыла, быуындар араһы нығына. Элекке уҡыусылар, әле парта артында ултырыусыларға хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәр талап ителеүен асыҡлап, уҡыуҙарын шул йүнәлештә алып барырға кәңәш итәләр. Әйткәндәй, үҙҙәре ошо мәктәпте тамамлап, хәҙер балаларын бында уҡырға килтереүселәр ҙә бар. Ошондай осрашыуҙар, ошондай бәйләнештәр һыуынмаһын, тип теләргә генә ҡала.
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: