Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Февраль 2019, 13:25

Батыр булып тыумайҙар...

Был әйтем халыҡ араһында борондан таралған. Ысынлап та, батыр булып тыумайҙар, кешеләр тормошта батырлыҡтар ҡыла. Шуға йәш быуынды илһөйәр, ҡыйыу итеп үҫтереү – 17-се мәктәптең төп бурыстарының береһе.


Телгә алып киткән айлыҡ, әлбиттә, осрашыуҙар менән генә сикләнмәй, балалар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа үҙҙәренең спорт буйынса әҙерлектәрен һәм мөмкинлектәрен һынап ҡараны. Ошо айҡанлы спартакиада үтте, ярыштар, смотр-конкурс, йыр бәйгеһе ойошторолдо. Кемдер саңғыла беренселекте бирмәне, кемдер аҡылы менән “хәрби” һынауҙарҙы үтеп сыҡты, ә кемдер үҙенең көслө тауышы менән буласаҡ хәрби часының иң шәп йырсыһы буласағын иҫбат итте. Бынан тыш уҡыусыларҙы “Мәңгелек ут” майҙаны-на, Жуков исемендәге скверға, урындағы по-лиция бүлеге музейына экскурсияға алып барҙыҡ. Һуғыш ваҡиғаларының “тере” шаһиттары булған экспонаттарҙы байҡап, балалар бер аҙ тын ҡалып торҙо, уйҙарға сумды. Күрәһең, һуғыш йылдарынан бик алыҫ булһалар ҙа, уларҙы ла был ҡәһәрле ваҡиғалар тетрәндермәй ҡалмай...

Айлыҡты тамамлау көнө йәнә осрашыуға бай булды. Уҡыусылар алдында локаль һуғыш батырҙары Сергей Балмасов, Владимир Егоров, Юрий Ковтанюк, Сергей Наумов, Алексей Герасимов һымаҡ вете-рандар сығыш яһаны, үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлеште, илгә тыныслыҡ теләп, егет-ҡыҙҙарға тырышып уҡыр-ға наказ бирҙе. Әйтергә кәрәк, һәр бер бәләкәй генә булһа ла сара йәш быуын өсөн эҙһеҙ үтмәне. Улар ҡыйыулыҡ, батырлыҡ төшөнсәләрен күңел-

дәренә һеңдермәй ҡалманы һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта тыныс-лыҡтың, матур тормоштоң ҡәҙе-ре хаҡында ла уйланғандарҙыр тип ышанам.


Гөлнара ТАШМАТОВА, Людмила ҒӘЗИЗОВА,

17-се мәктәп уҡытыусылары.
Читайте нас: