Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль 2019, 12:25

Биш көнлөк уҡыу, автомәктәп, белем усаҡтары рейтингы

Быйыл Башҡортостан уҡыусыларының тормошо нисек үҙгәрәсәк.Билдәле булыуынса, Өфөлә «Ос!» («Взлетай!») мәғариф форумы үтте, унда төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҡын арала республика мәктәптәрендә ғәмәлгә инәсәк бер нисә мөһим яңылыҡты еткерҙе.

1-се яңылыҡ.
Биш көнлөк уҡыу.
— Беҙ был мәсьәлә өҫтөндә эшләнек, уны төрлө яҡлап ҡараныҡ. Тәҡдим нисек тыуҙы? Бөгөн беҙҙең ғәзиз балаларыбыҙ, уҡыусыларыбыҙ нисек йәшәй, уҡый? Алты көн дауамында беҙ уларға белем бирергә тырышып, арытып, йонсотоп бөтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ балаларыбыҙҙың мәктәптән һау-сәләмәт, бәхетле, әхлаҡи яҡтан камил кешеләр булып сығыуын теләйбеҙ. Шуға күрә биш көнлөк уҡыуға күсергә тәҡдим итәм, — тине Радий Хәбиров. Зал уның һүҙҙәрен алҡыштарға күмде.
Бында ике мөһим нәмәгә иғтибар итергә кәрәк. Беренсенән, балалар ял көндәрен бушҡа үткәрмәҫкә тейеш. Айҙың һәр шәмбеһендә мәктәп ниндәй ҙә булһа ҡыҙыҡлы сара үткәрә ала. Мәҫәлән, класс менән 300 йәки 500 метрға йүгереү буйынса спартакиада үткәрергә мөмкин. Икенсе шәмбене — тыуған төйәккә, өсөнсөһөн республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтенә арнарға була. Икенсенән, был яңылыҡ уҡытыусыларҙың былай ҙа әллә ни юғары булмаған эш хаҡына йоғонто яһарға тейеш түгел. Сәғәттәр һаны ҡыҫҡарыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәт өсөн түләүҙе кәметергә ярамай.
Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, ҡайһы бер мәктәптәрҙе биш көнлөк уҡыуға 1 апрелдән, йәғни дүртенсе сирек башланыу менән, күсереү күҙаллана.
— Биш көнлөк уҡыу арҡаһында предметтар кәмемәйәсәк! Дәүләт белем биреү стандартында билдәләнгән барлыҡ фәндәр ҙә дәрестәр теҙмәһендә ҡаласаҡ, — тине Айбулат Хажин.
Һәр уҡыу көнөнә дәрестәр тигеҙ бүленәсәк, әммә ул биш көнлөк уҡыу осрағына ҡаралған максималь көсөргәнештән артмаясаҡ, йәғни федераль СанПиНға ярашлы буласаҡ. Башланғыс кластарҙа ул — 21-23, өлкән кластарҙа 33-34 сәғәт тәшкил итә.
— Көндәлек көсөргәнеш күләме түбәндәгесә билдәләнә: 1-се класс уҡыусылары өсөн дүрт сәғәт, аҙнаға бер тапҡыр биш дәрес уҡыу рөхсәт ителә; 2-4-се кластарҙа биш сәғәттән артмаҫҡа тейеш; 7-11 кластарҙа — ете дәрес, — тип аңлатма биреп үтте Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хафизова.
Алты көнлөк уҡыу менән сағыштырғанда өс сәғәткә кәмерәк килеп сыға. Нимәләр ҡыҫҡарасаҡ — әлегә билдәләнмәгән, был йәһәттән берҙәм ҡарарҙың булмауы ла ихтимал. Быны һәр мәктәп үҙаллы хәл итәсәк.
2-се яңылыҡ.
Яңы файҙалы шөғөлдәр
Радий Хәбиров тарафынан тәҡдим ителгән икенсе яңылыҡты ла йәмәғәтселек хуплап ҡаршы алды. Уның төп асылы — Башҡортостан мәктәптәрендә автомобиль йөрөтөүгә һәм һөйләш кимәлендә инглиз теленә уҡытыу, шулай уҡ шахмат, бейеү һәм башҡа файҙалы шөғөлдәргә өйрәтеү. Республика етәксеһе мәктәптәрҙә «Ос!» тип аталған программаны ғәмәлгә индерергә уйлауы хаҡында белдерҙе. Был яңылыҡты Радий Фәрит улының командаһы Красногорск ҡалаһында тормошҡа ашырған. Уның төп маҡсаты уҡыусыларҙы мәктәптә үк тормошта кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәтеүгә ҡайтып ҡала.
— Мәҫәлән, балаларыбыҙға кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе — автомобиль йөрөтөү. Күп балалы йәки мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусыларға уҡыу өсөн бүлеп түләү йәки унан тулыһынса азат итеү мөмкинлектәрен дә ҡараясаҡбыҙ, — тине Радий Хәбиров.
Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 10-сы класта уҡыусылар — «Шахмат уйнарға өйрән»; «Спорт менән дуҫ бул»; «Интерактив башҡорт теле»; «Иркен һөйләш» (дебаттарҙа ҡатнашыу), «Минең ғаиләм» һәм «Хәүефһеҙ Интернет», ә 11-се кластар «Бейе» (вальс бейергә өйрәнеү); «Руль артына ултыр!»; «Интерактив башҡорт теле» һәм «Иркен һөйләш» тигән программаларҙы үҙләштерә ала.
Проект бөтә ерҙә лә эшләп киткәнсе ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора. Шуға күрә республиканың Мәғариф министрлығы һынау үткәреү маҡсатында 10-11 мәктәпте һайлап аласаҡ.
3-сө яңылыҡ.
Иң яҡшы ауыл уҡытыусылары
600 мең һум аласаҡ
Радий Хәбиров «Ауыл уҡытыусыһы» тигән программа булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны. Ошо маҡсатта быйыл уҡ бюджеттан 60 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был аҡса, йәғни 600 мең һум күләмендәге 100 грант иң яҡшы ауыл уҡытыусыларына тапшырыласаҡ. Асылда әлеге проект «Ауыл табибы» программаһына ауаздаш.
— Был сара ауыл мәктәптәренә уҡытыусылар йәлеп итеүгә булышлыҡ итер, тип ышанам. Шулай уҡ ер участкаһы бүлеүгә бәйле тәҡдимдәр ҙә бар. Беҙ белгестәр ауылға эшкә ҡайтһын, шунда төпләнһен, ауылдарыбыҙ йәшәһен, үҫһен тигән маҡсаттан сығып эш итәбеҙ. Әгәр был аҡса аҙ, ә лайыҡлы уҡытыусылар күп булһа, бюджеттан өҫтәмә саралар табасаҡбыҙ, — тине төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
4-се яңылыҡ.
Мәктәптәр рейтингы булдырыласаҡ
Шулай уҡ Радий Хәбиров республика мәктәптәренең рейтингын булдырып, иң яҡшыларҙы билдәләргә тәҡдим итте.
— Әгәр беҙ йыл һайын тантаналы шарттарҙа, рейтинг һөҙөмтәләренә ярашлы, иң яҡшы 10 ҡала мәктәбен һәм 10 ауыл мәктәбен билдәләп, уларға гранттар тапшырһаҡ, был да белем усаҡтарының үҫешенә бермә-бер булышлыҡ итәсәк, — тине ул.
Мәктәп рейтингына һәләтле балалар менән эшләү ҙә йоғонто яһаясаҡ, Радий Хәбиров һәр һәләтле уҡыусы хаҡында хәстәрлек күрергә саҡырҙы.
— Әгәр бала Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшыра икән, әлеге райондың йәки ҡаланың хакимиәт башлығы ла, ул белем алған мәктәп директоры ла, педагогик коллектив та уның артабанғы тормошон күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа бурыслы. Хатта ул Мәскәү, Санкт-Петербург йәки башҡа ҡала вуздарында уҡыған осраҡта ла. Беҙгә ундай балалар туған республикаһына кире ҡайтһын һәм үҙебеҙҙә эшләһен өсөн шарттар булдырырға кәрәк, — тине ул.
Һүҙ — стәрлетамаҡтарға
Галина КОЗЛОВА,
ҡаланың 1-се мәктәп-интернат директоры:
— Был үҙгәреште хуплап ҡаршылайбыҙ, ләкин бында ҡайһы бер балалар тәүлек әйләнәһенә йәшәү сәбәпле, был системаға ҡапыл күсә алмайбыҙ. Биш көнлөк уҡыу-ҙар беҙҙә тик киләһе уҡыу йылының 1 сен-тябренән генә башланасаҡ.
Гөлназ АРДАШИРОВА,
19-сы мәктәптең уҡытыу буйынса директор урынбаҫары:
— Ата-әсәләрҙең фекерен иҫәпкә алып, беҙ аҙнаһына биш көн уҡыуға күсергә әҙербеҙ. Әлегә был мәсьәләне хәл итеү менән мәшғүлбеҙ.
Гөлфара ВӘЛИДОВА,
1-се лицейҙың коррекцион класс уҡытыусыһы:
— Әгәр ҙә “биш көнлөктөң” шауҡымы беҙ алып барған дәрестәргә, мәҫәлән: башҡорт теле былай ҙа аҙнаһына бер генә тапҡыр бит, беҙҙең эш хаҡтарына ҡағылмаһа, әлбиттә, был уҡытыусылар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә уңайлы.
Рәйфә ИЛЬЯСОВА, әсә:
— Башланғыс синыфта уҡыған улым киләһе йылда 5-се класҡа барғас шәмбе көн уҡырға тейеш ине. Әлбиттә, был мәсьәләнең ошолай хәл ителеүе балалар өсөн дә, шәмбе көн эшләмәгән ата-әсәләр өсөн дә отошло. Ә бына шәмбе көн эшләгән ата-әсәләр өсөн нисек булыр инде...
Читайте нас: