Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Март 2019, 12:46

Бында Кейекбаев рухы йәшәй

Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла “ХI Кейекбаев уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Башҡортостандың 100 йыллығына һәм башҡа иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған конференцияла Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт университеты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ғалимда-ры, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия һәм республиканың 11 ҡалаһынан һәм 17 районынан килгән йөҙләгән уҡыусы һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Улар башҡорт, рус, инглиз, немец телдәрендә эҙләнеү эштәре менән сығыш яһаны.

– “Күплеге менән алдыра алмаған халыҡ, сифаты менән үҙен күрһәтергә тейеш!” – беҙ ошо һүҙҙәрҙе үҙебеҙгә оран-өндәмә итеп алдыҡ, – тип сәләмләне форумда ҡатнашыусыларҙы гимназия директоры Айгөл Шаһисолтанова сараны асып. – Был мәктәптән Жәлил Кейекбаев рухы бөркөлә!
Форумдың төп ҡунаҡтарының бе-реһе, БР мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Санъяров иһә баш ҡаланан сәләмдәр еткереп туған телдәргә ҡағылышлы сараларҙың әһәмиәте хаҡында сығыш яһаны. Киң ҡоласлы сарала артабан да береһенән-береһе сағыу, төплө сығыштар яң-ғыраны. Өфө зыялылары менән бер рәттән, үҙебеҙҙең стәрлетамаҡтарҙың фекерҙәре лә уйға һалды:
– Ер шарында йәшәүсе халыҡтарҙың ни бары 4 проценты ерле халыҡ телендә һөйләшә, 90 процентына юҡҡа сығыу хәүеф янай... Башҡорт теле ошо исемлеккә инә. Уны һаҡлап алып ҡалыу өсөн, мәҫәлән, федераль кимәлдә дәреслектәр кәрәк. Ул юҡ... Иң мөһиме: беҙ – Кейекбаев вариҫтары, шуны онотмайыҡ!.. – тип өндәште, мәҫәлән, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы фа-культеты деканы Рәйсә Илишева.
Форумдың икенсе өлөшөндә һигеҙ урында барған секция ултырыштары-ның һәммәһенә, нисек кенә теләһәң дә, етешеү мөмкин түгел ине. Шулай ҙа миңә уҡытыусылар өсөн ойошторолған “Күп мәҙәниәтле мөхиттә башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереүҙең инновацион моделдәре” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашырға насип булды. Әйтергә кәрәк, бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте ул. Яңауыл ҡалаһынан Ә. Фархшатова, мәҫәлән, үҙенең виртуаль таҡта ярҙамында башҡорт телен өйрәнеү алымдары менән таныштырһа, Туймазы ҡалаһынан Г. Кәримова Зәйнәб Биишева ижады аша башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү алымдарын күрһәтте. Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡытыусыһы М. Ғирфанова иһә күп мәҙәниәтле мөхиттә башҡорт халыҡ уйындары аша шәхес тәрбиәләү серҙәренә тө-шөндөрҙө. Ул сығышын халҡыбыҙҙың: “Бер йылын алдан хәстәрләгән – иген үҫтерер, ун йылын алдан хәстәрләгән – баҡса үҫ-терер, йөҙ йылын алдан хәстәрләгән халыҡ иманлы, тәрбиәле, аҡыллы, эш-һөйәр, илһөйәр балалар үҫтерер”, – тигән аҫыл һүҙҙәре менән тамамланы.
Күмертау ҡалаһынан политехник лицей-интернат уҡытыусыһы З. Әбхәлимова Мостай Кәрим һәм Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә уртаҡ һыҙаттарҙы сағыштырыу ярҙамында әҙәбиәттә сағыштырып өйрәнеү алымын күр-һәтһә, Белорет районы Үткәл ауылы уҡытыусыһы Н.Йомағужина әҙәбиәтте, телде мәҙәниәт һәм тарих менән бәйләп өйрәтеү тураһында һөйләне.
Конференцияла ҡатнашыусылар Жәлил Кейекбаевтың бик бай музейы менән дә танышты. Унда ғалимдың портреты, төрлө йылдарҙа төшкән фотолары, ғилми хеҙмәттәре, шулай уҡ башҡорт халҡының тормош-көнкүреш әйберҙәре урын алған. Һәр экспонатта бар ғүмерен тел серҙәрен өйрәнеүгә бағышлаған бөйөк шәхесебеҙҙең яҡты рухы, изге күңеле, алсаҡлығы, эскерһеҙлеге төҫмөрләнә. «Атаң улы ғына булма − халҡыңдың да улы бул», ти халыҡ мәҡәле. Эйе, Жәлил Кейекбаев башҡорт халҡының ғына түгел, ә төрлө милләт халыҡтарының да һөйкөмлө, яратҡан улы булып ҡалды һәм ҡаласаҡ.
Конференцияла ҡатнашыусылар, са-раны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн, гимназия коллективына һәм уның етәкселегенә оло рәхмәттәр әйтеп матур тәьҫораттар менән таралышты.
...Быйылғы йыл Берләшкән Мил-ләттәр Ойошмаһы тарафынан Халыҡ-ара ерле (аҫаба) халыҡтар телдәре йылы тип иғлан ителде. Ошо мөһим датаға нигеҙләнгән сарала һәр сығыш һиҫкәндерҙе, тулҡынландырҙы, туған телгә ҡарата һаҡсыл һәм иғтибарлы булырға саҡырҙы.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: