Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Апрель 2019, 19:55

Беҙ еңергә өйрәндек!

Ҡалала 35-се мәктәп 1967 йылдан алып эшләй. Рәсәй Президенты ҡарары менән 2016 йылда мәктәп инклюзив белем биреүгә күсте һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар өсөн беренсе коррекция класы асылды. Бөгөн һүҙ – ошо класта уҡыусы балалар тураһында.

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле класҡа балаларҙы йыйғанда уҡ, “Пе-дагогик коллективтың хәле етерме, балаларға тейешле белем һәм тәрбиә бирә алырбыҙмы?” – тигән һорауҙар тыуҙы. Ләкин мәктәп директоры Т. В. Кириллова уҡытыусыларҙы йыйып: «Беҙҙең мәктәп сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙы ҡабул итергә әҙер!» – тип белдерҙе.
Беҙ яңы уҡыусыларыбыҙҙы шатла-нып ҡаршы алдыҡ. Уҡытыуҙы уйындан башланыҡ, әкиәт персонаждары төшөрөлгән карточкалар һәм һүрәттәрҙе ҡулландыҡ. Тәүге йылда балалар оялып ҡына, үҙ-ара насар аралаша ине. Ашханаға барыу өсөн дә әллә күпме ваҡытты сарыф итә инек, беҙҙең өсөн был «ҡатмарлы сәфәр» була торғайны. Уларҙы бергә туплау өсөн педагог-психолог конкурстар үткәрҙе, коррекцион эш алып барҙы. Мин, класс етәксеһе булараҡ, уларҙы экскурсияға ла, театр, цирк, зоопаркка ла йөрөттөм, был беҙҙе берләштерҙе. Тәүге уҡыу йылы аҙағында балалар бер-береһенә эйәләште. Икенсе класта беҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнаша башланыҡ. Тәүге ҡала кимәлендә үткәрелгән конкурс «Ете сәскә тажы» тип аталған ижади марафон ине. Бында класыбыҙҙан тик бер уҡыусы - Екатерина Дорожкина ғына еңеүгә өлгәште. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй, «Башҡортостандың ҡанатлы дуҫтары» тигән ҡала конкурсында ла ҡатнашып, еңеү яуланыҡ.
Быйылғы уҡыу йылында беҙҙең класты заманса ҡорамалдары һәм техник йыһаздары булған яңы бүлмәгә күсерҙеләр. Балаларға белем биреү өсөн яңы офоҡтар асылды, дәрестә инновацион технологиялар ҡуллана башланыҡ. Был балаларҙы дәрескә ҡыҙыҡһындырыу өсөн үтә лә файҙалы. Класс сәғәттәренә ирекмәндәрҙе, инженерҙарҙы, ти-мер юл инспекторҙарын саҡырып, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Бындай саралар балаларға социаль мөхиткә яраҡлашырға ярҙам итә.
Шулай уҡ класҡа уҡыусыларҙың ҡул эштәрен дә урынлаштырҙыҡ. Был эш һәр балаға ла еңел бирелә тип әйтеп булмай. Конкурстарҙа ҡатнашыу уларға көс һәм үҙ-үҙҙәренә ышаныс бирә. Быйылғы уҡыу йылында ҡала кимәлендә үткәрелгән ижади марафонда еңгән өс уҡыусыбыҙ бар. Балаларҙың ижади эштәре конкурсында ла бер уҡыусыбыҙ еңеү яуланы.
Ошондай кескәй генә аҙымдар менән беҙ ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнәбеҙ, белем алабыҙ.
Гөлнара МАНАПОВА,
35-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Читайте нас: