Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Апрель 2019, 13:59

Радий Хәбиров Стәрлебаш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәбендә тапшырырға рөхсәт бирҙе

Радий Хәбиров Стәрлебаш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәбендә тапшырырға рөхсәт бирҙе. Был проблема бөгөн «Мәғариф сәғәте» барышында килеп тыуҙы. Мәғариф министрлығы башлығы вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек һәм былтырғы тәртип боҙоуҙар хаҡында һөйләне.

Стәрлебаш районында тәртип боҙоу осрағы теркәлгән. Һөҙөмтәлә һигеҙ уҡыусының эштәре юҡҡа сығарылған, положениеға ярашлы, 2019 йылға имтихандар ҡабул итеү пункты ябылған. Мәктәп тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтиханын күрше Федоровка районында тапшырырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бының менән ризалашманы: «Әйҙәгеҙ, өлкәндәрҙең хатаһы өсөн балаларҙы интектермәйек. Һынау тотоу — былай ҙа ҙур стресс. Уны таныш булған урында бирергә кәрәк».
Республика етәксеһе хәлде асыҡлау һәм хәл итеү юлдарын табыу өсөн районға үҙенең хакимиәте етәксеһен ебәрҙе. «Кадрҙар мәсьәләһен тикшерегеҙ, кәрәк икән, өлкәндәрҙе язаға тарттырығыҙ, ләкин балаларҙы өйҙә ҡалдырығыҙ».
Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 19 787 сығарылыш уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнаша, 119 имтихан үткәреү пункты һәм 5 ситуациялар үҙәге эшләй. 2019 йылда Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт республиканы «ышаныс зона»һына индерҙе.
Читайте нас в