Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Апрель 2019, 13:13

Йөҙ изге эш

2019 йыл әһәмиәтле сараларға бик бай. Беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се лицей-интернатында “Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына – йөҙ изге эш” тигән конкурс иғлан ителгәс, 5-се класс уҡыусылары был йүнәлештә дәррәү эш башланы.

Уҡыусылар тырыш, аҡыллы, һәләт-ле, үҙҙәренә талапсан булыуҙары менән айырылып тора. Улар белем алыу менән бер рәттән, төрлө кон-курстарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең һәләттәрен үҫтерә, шәхес булараҡ формалаша.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә лә 100 йыл була. 5-се класс уҡыусылары китап уҡырға яратыусылар рәтендә булып сыҡты. Төрлө әҙәби әҫәрҙәр, хикәйә, шиғырҙар, тылсымлы әкиәттәр, фантастик мажараларҙы яратып уҡыйҙар. Шулай уҡ бер нисә уҡыусы үҙҙәре лә ҡәләм тирбәтеүселәр рәтендә. Улар лицейҙа Әҡсән Насретдин улы Хәлилов етәкләгән әҙәби түңәрәккә бик ихлас йөрөйҙәр, үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарайҙар, конкурстарҙа ла уңышлы сығыш яһайҙар.
Мәҫәлән, Камелия Юнысованы бө-тә яҡлап та талантлы ҡыҙ тип әйтергә була.Ҡала кимәлендә татар теле буйынса үткәрелгән “Туған илем – ир-кә гөлөм” шиғыр һөйләү конкурсында “Поэзияға мөхәббәт” номинацияһы-на лайыҡ булды. Камелия үҙенең шәжәрәһе менән 8 йәшенән алып ҡыҙыҡһына башлаған һәм 4 йыл дауамында өйрәнгән. Юнысовтар шәжәрәһе 1862 йылдан башланып китә. Тырыш ҡыҙҙың был эше ҡала кимәлендә уҙғарылған шәжәрә конкурсының “Ғаилә портфолиоһы” бүлегендә еңеүсе тип табылды. Юнысовтар ғаиләһе спорт һөйөүселәр рәтендә, Камелия ла лицейҙа спорт буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, физкультура буйынса Гагарин кубогында еңеү яуланы.
Розалия Хөсәйенова интернет селтәрендә Башҡортостан Республи-каһының 100 йыллығына арналған викторинала үҙен һынап ҡараны. Аҡыллы ҡыҙ инглиз телен дә бик яҡшы белә, мәктәп күләмендәге олимпиадала еңеүсе булды һәм ҡала олимпиадаһында ҡатнашасаҡ.
Тап ошондай талантлы, бар яҡтан да булдыҡлы уҡыусылар киләсәктә аҡыллы, һәләтле, рухлы йәштәребеҙҙең сафын тултырасаҡ, тигән өмөттә ҡалам.
Зөлфиә СӘЙФУЛЛИНА,
В.И.Ленин исемендәге
2-се лицей-интернат тәрбиәсеһе.
Читайте нас: