Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Апрель 2019, 14:13

МИЛЛИ БЕЛЕМ БИРЕҮҘЕҢ ЗӨБӘРЖӘТЕ

Үткән һандарҙың береһендә Өфөлә ойошторолған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Гөрләп үткән сараның шауҡымы, әлбиттә, съезд һәм бер көн менән сикләнмәй – башҡорт телен үҫтереү буйынса артабан республикала һәм унан ситтә лә ҙур эштәр атҡарырға планлаштырылған. Шуныһы ла ҡыуаныслы: һүҙ мәктәп стеналарынан күпкә киңерәк даирәне үҙ эсенә ала.

Бындай йүнәлештә һәм форматта беренсе тапҡыр үткәрелгән форумда республика етәксеһе үҙе ҡатнашыуы сараның әһәмиәтен бермә-бер арттырып ебәрҙе, ә әйткән һүҙҙәре телебеҙҙе үҫтереү буйынса ҙур өмөттәр уятты.
– Балаларыбыҙҙы нисек башҡорт теленә өйрәтеү, уны уҡытыу буйынса ниндәй алымдар индереү һәм уҡытыу-ҙы нисек модалы, заманса итергә кәрәклеген хәл итергә тейешбеҙ. Тағы ла бер фекер бар, кеше башҡортса бер генә һүҙ белһә, беҙ уны үҙ итәйек, уны ситләштермәйек. Шуны ла әйтергә уйлайым. Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ – бергә! Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк! – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Форумға стәрлетамаҡтар ҙа ҙур өмөттәр бағлап барҙы. Башҡорт телен күрше төбәктәрҙә лә уҡытыу планын, етәкселәрҙең башҡортса һөйләшергә тейешлеге хаҡында мәғлүмәттәр, туған телде интернет һәм һанлы технологиялар ярҙамында өйрәнеү мөмкинлектәре менән танышып ҡайтҡан мәғариф бүлеге вәкилдәре, мәктәп директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары гәзит уҡыусыларға ла тәьҫораттары ме-нән бүлешергә ашыҡты. Мәҫәлән, Башҡортостанда 2024 йылға башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында 12 лингвистик гим-назия асыу күҙаллана. Уларҙың береһе Стәрлетамаҡта буласаҡ. Тел, гимназия тигәс, әлбиттә, тәү сиратта, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия күҙ алдына килә. Әммә уның директоры Айгөл Шаһисолтанова белдереүенсә, Стәрлетамаҡ кеүек ҙур ҡалала телдәрҙе бер нисә белем усағы нигеҙендә төплө өйрәнеү булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ғөмүмән, бөтә кимәлдә лә өмөттәр ҙур.
Әйткәндәй, тәжрибә туплап ҡына ҡайтманы яҡташтар Өфөнән, ҡала мә-ғариф бүлегенең мәғлүмәт-мето-дика үҙәге методисы Зөбәржәт Хафизованың хеҙмәт багажына “Башҡортостандың мәғариф отлич-нигы” тигән маҡтаулы исем өҫтәлде. Бүләкте Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин тапшырҙы (һүрәттә). Үҙе күп уҡытыусыларға ошондай исем яулауҙа, белемдәрен камиллаштырыуҙа ҙур көс һалған белгесте ҡотлап, афарин, тиергә генә ҡалалыр.
– Был исем ҡыуаныс тыуҙырыу менән бер рәттән иңгә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй, – тип шатлығы ме-нән бүлеште Зөбәржәт Ришат ҡыҙы. Ысынлап та, туған телдәрҙе уҡытыуҙа, өйрәнеүҙә, аралашыуҙа ҙур өлөш индергән, яуаплылыҡ тойған Зөбәржәт Хафизовалай тел зөбәржәттәребеҙ күберәк булһа, етәкселек тарафынан иғтибар кәмемәһә, ысынлап та, башҡорт телендә һөйләшеү модаға әйләнер.
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: