Шәмбе, 25 майҙа, Өфөлә һигеҙенсе йыл рәттән «Яҙғы бал» уҙа. Башҡортостандың баш ҡалаһында мәктәп тамамлаусылар байрамын, ғәҙәттәгесә, Совет майҙанында ҡаршылайҙар.
23 һәм 25 майҙа — «Һуңғы ҡыңғырау» уҙғарылған көндәрҙә — Башҡортостан магазиндарында алкоголь һатыу тыйыла.
Был тыйыу республика биләмәһендә 2017 йылдан алып ғәмәлдә. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Продукцияны тартып алыу йәки унһыҙ штраф вазифалы кешеләргә — 20-40 мең һум, юридик берәмектәргә 100-300 мең һум тәшкил итә.
«Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу профилактик маҡсатҡа эйә һәм үҙен тулыһынса аҡлай, тип иҫәпләй республика властары.
Шуға бәйле Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың теге йәки был районында һабантуй уҙғарылған көндә алкоголь һатыуҙы тыйырға тәҡдим итте.
http://www.bashinform.ru/news/1300348-v-bashkirii-25-maya-posledniy-zvonok-prozvuchit-pochti-dlya-19-tysyach-odinnadtsatiklassnikov/