Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Май 2019, 14:06

БДИ тураһында нимә белергә кәрәк

БДИ тураһында нимә белергә кәрәк27 майҙа сығарылыш кластары уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ҡыҙыу осор – Берҙәм дәүләт имтихандары башлана. Быйыл республикала 19 мең кеше һынау тотасаҡ. Беҙ тап улар өсөн кәрәкле мәғлүмәт әҙерләнек: имтихандарҙан нимә көтөргә, сығарылыш уҡыусыһы нимәгә хоҡуҡлы, һынауҙы бирә алмаған осраҡта нимә эшләргә (әммә беҙ барыһының да яҡшы тапшырасағына, ундай хәлдәрҙең булмаҫына ышанабыҙ).

Имтихан нисек үтәсәк?
Билдәләнгән көндә һеҙ иртәнге 9-ға имтихан үткән урынға киләһегеҙ. Был сит мәктәп буласаҡ, сөнки, талаптарға ярашлы, һынау сығарылыш класы уҡыусыһының үҙ мәктәбендә үткәрелмәй. Ике тапҡыр – ингән ерҙә һәм класта паспорттарҙы тикшерәсәктәр.
Кемдең ҡайҙа ултырасағын компьютер хәл итә. Урынды алмаштырырға ярамай.
Һәр кемгә имтихан материалдары йыйылмаһы һалынған пакет бирәсәктәр.
Уҡытыусы, инструктаж үткәргәндән һуң, бланкты дөрөҫ тултырыу тәртибе менән таныштырасаҡ.
Имтихан 10.00 сәғәттә башлана, дөйөм алғанда, ниндәй фәнде тапшырыуға ҡарап, дүрт сәғәткә яҡын ваҡыт бирелә.
Аттестат алыу өсөн мотлаҡ фәндәрҙән – рус теленән һәм база кимәлендәге математиканан БДИ-ны уңышлы тапшырыу зарур.
Бланктарҙы тикшереү 7-14 көн дауамында башҡарыла. Баһаны БДИ һөҙөмтәләренең берҙәм базаһы аша түбәндәге һылтанма буйынса белергә мөмкин: check.ege.edu.ru/
Уҡыусы нимәгә хоҡуҡлы?
- Һуңлаған хәлдә лә, һеҙҙе имтиханға индерергә тейештәр. Әммә эште башҡарыу өсөн ваҡыт өҫтәмәйәсәктәр.
- Ниндәй ҙә булһа брак ебәрелгән бланк эләкһә, ойоштороусылар уны алмаштырырға тейеш.
- Имтихан барышында һеҙ бәҙрәфкә һәм медпунктҡа сыға алаһығыҙ. Шулай уҡ яуаптар һәм ҡаралама өсөн өҫтәмә бланктар һорарға мөмкин.
- Бирелгән эште ваҡытынан алда башҡарһағыҙ, имтихан бөткәнен көтмәйенсә тапшырып, аудиториянан сығырға рөхсәт ителә.
- Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, имтихан эшен ваҡытынан алда тапшырып, резерв көндә яңынан һынау тоторға мөмкин (табиптан белешмә кәрәк буласаҡ).
- Аудиторияға үҙең менән паспорт, ҡара гелле ручка, һыу, шоколад, дарыу алып инергә мөмкин. Шулай уҡ линейка, транспортир, программаланмаған калькулятор ҡулланыу рөхсәт ителә. Ә бына кеҫә телефонын алып инеү тыйыла, бының өсөн имтихандан ҡыуып сығарыуҙары ихтимал (өҫтәүенә бер йыл дауамында һынауҙы яңынан биреү хоҡуғынан да мәхрүм ителәһегеҙ).
Имтиханды бирә алмаһаң,
нимә эшләргә?
Хөрмәтле ата-әсәләр! Беҙҙеңсә, һеҙ балаларығыҙға ҡарағанда ла нығыраҡ борсолаһығыҙ. Зинһар өсөн, үҙегеҙҙе лә, балаларығыҙҙы ла ваҡытынан алдан ҡаңғыртмағыҙ. БДИ – ысынлап та үҫмер тормошондағы мөһим һәм тулҡынландырғыс осор, әммә уны хәл иткес ваҡиға тип ҡабул итергә ярамай.
Имтиханды бирә алмау яза ла, киләсәк яҙмышҡа кәртә лә түгел, бының менән тормош бөтмәй (әлбиттә, был тәңгәлдә бәхәсләшергә теләүселәр ҙә табылыр).
Беренсенән, ул әллә ни ҡурҡыныс һынау түгел. Мәҫәлән, былтырғы йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, рус теле буйынса тесты уҡыусыларҙың 0,4 проценты, база кимәлендәге математиканы 3,1 проценты ғына үтәй алмаған.
Икенсенән, проблеманы хәл итеүҙең бер нисә юлы бар. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, улар – бишәү.
1) Әгәр эште дөрөҫ башҡарып та, уны иҫәпкә алмауҙарында ышанысығыҙ ныҡлы булһа, апелляцияға бирә алаһығыҙ.
2) Әгәр математика йәки рус теленән БДИ тапшыра алмаһағыҙ, резерв көндәрҙә йәки көҙгөһөн, 3 сентябрҙән 20-һенә тиклем арауыҡта, яңынан һынау тоторға мөмкин.
3) Ни өсөн мотлаҡ Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарын һайларға? Тейешле күләмдә студенттар йәлеп итә алмаған һәм артыҡ юғары балл йыймаған абитуриенттарҙы ҡабул иткән институттар ҙа бар. Уларҙы интернет аша табып, етәкселек менән бәйләнешкә инергә һәм үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға мөмкин.
4) Коммерция нигеҙендә, ситтән тороп йәки киске бүлеккә уҡырға инеп, көҙгөһөн БДИ-ны ҡабаттан тапшырып, «бюджет» урынына күсеүҙе хәстәрләргә лә була.
5) Эшкә урынлашҡанда юғары белем мотлаҡ талап түгел. Күп кенә эре корпорациялар дипломды ҡарап та тормай, иң мөһиме – кәрәкле белгес булыу. Быны ни өсөн әйтәбеҙ? Туғыҙ класс белем тураһындағы аттестат менән бихисап йүнәлештәге колледж һәм техникумдарға уҡырға инергә мөмкин. Уларға БДИ кәрәкмәй ҙә. Әгәр юғары белем талап итмәгән ҡыҙыҡлы һөнәргә эйә булһағыҙ, насармы ни? Уҡып бөткәндән һуң да юғары белем алырға мөмкин. Бер йыл уҡығандан һуң тағы БДИ биреп, юғары уҡыу йортона инеп ҡарау мөмкинлеге лә бар. Әйткәндәй, техникумда йәки колледжда уҡыу осоронда егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан кисектерелә.
БЕЛЕП ҠУЙ
БДИ-ны алдан нисек биреп ҡарарға
Үҙ көсөңдө онлайн рәүештә һәм тулыһынса бушлай һынау мөмкинлектәре етерлек. Мәҫәлән, yandex.ru/tutor/ адресы буйынса урынлашҡан Яндекс.Репетитор сервисы ярҙамға килә ала. Авторҙар билдәләүенсә, эштәр ысын имтихандағы мәсьәләләр менән бер иш тигәндәй. Уларҙы эксперттар, шул иҫәптән «СтатГрад» авторҙары төҙөй. Һәр фән буйынса күнекмә варианттар һәм аңлатмалы яуаптар бар. БДИ мәсьәләләренән торған каталог аҙна һайын яңыртыла.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Һорауҙарығыҙ ҡалдымы? Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса «ҡыҙыу линия» телефондары: 8(347) 218-03-81, 218-03-28. Ул ял көндәренән тыш көн һайын иртәнге 9.00 сәғәттән киске 18.00 сәғәткә тиклем эшләй. Төшкө ял 13.00–14.00 сәғәттә. Рособрнадзорҙың «ҡыҙыу линия»һы: +7(495)984-89-19.
Имтихандар ваҡытында тәртип боҙоу, ғәҙелһеҙлек күренештәренә тап булһағыҙ, «ышаныс телефоны»на шылтыратығыҙ: +7(495)104-68-38.
Читайте нас: