Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Май 2019, 13:42

Ҡалабыҙҙың киләсәге – һеҙҙең ҡулда!

Пионерҙар һарайында Бөтә Рә-сәй мәктәп уҡыусылары олимпиа-даһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған уҡыусыларҙы данлау тантанаһы үтте.Еңеүселәрҙе Стәрлетамаҡ ҡала-һы ҡала округы хакимиәтенең мәға-риф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев ҡотланы.

– Олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, республика, Рәсәй кимәлендә дан яулаған уҡыусыларҙың барыһын да ихлас ҡотлайым һәм уңыштар теләйем.Ҡалабыҙҙың киләсәге – һеҙ, – тине ул призерҙарҙы ҡотлағанда. Уларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларға ла, балаларҙың ата-әсәләренә лә рәхмәт белдерҙе.
Ҡаланың мәғариф бүлеге мәғлү-мәттәренә ҡарағанда, 2018/2019 уҡыу йылында төбәк һәм Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашыусыларҙың һаны артты һәм сығыштарҙың сифаты ла күтәрелде. Әйтәйек, 2017/2018 уҡыу йылында олимпиадаларҙың аҙаҡҡы этабында 5 уҡыусы призер булһа, быйыл иһә – 9 уҡыусыбыҙ еңде. Бындай һөҙөмтәгә мәғариф учреждениеларының, мәғариф бү-легенең һәм мәғлүмәт-методика үҙәгенең, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, республика һәләтлелек үҙәгенең һәм дә ата-әсәләрҙең берҙәм эшләүе сәбәпсе, әлбиттә.
Иң тәүҙә сәхнәгә ошо һуңғы этапта еңгән 9 уҡыу-сыны саҡырып ҡотланылар. Улар: 11 класс уҡыусылары – 4-се гимназиянан Алексеева Ксения, 1-се гимназиянан Жаворонков Данил, 32-се мәктәптән Адель Хәйретдинова, 10-сы класс уҡыусылары – 2-се гимназиянан Сафиҡанов Азамат, 3-сө башҡорт лицей-интернатынан Ҡолошев Артур, 1-се гимназиянан Харрасов Айҙар, 31-се мәктәптән Мөхәмәтшин Илдар, 32-се мәктәптән Терентьева Виктория һәм 3-сө лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы Бобков Борис. Шулай уҡ республика, ҡала кимәлендә еңеүселәр ҙә байтаҡ булды.
Ә белем усаҡтары араһында иң шәптәре тип 1-се гимназия, 3-сө башҡорт лицей-интернаты, 1-се лицей, 4-се һәм 32-се мәктәптәр, шулай уҡ балалар-үҫмерҙәр мәктәбе танылды. Бынан тыш уҡыусыларҙы олимпиадаларға лайыҡлы әҙерләгән остаз-уҡытыусылар Әхәт Сафиҡанов, Диләрә Хәлиева, Ольга Петрова, Максим Смехов, Алексей Федоров, Ринат Гулов, Роза Абдуллина, Яна Николаева, Гүзәл Ибраһимова, Ирина Ильева һәм башҡалар бүләкләнде.
Сара барышында «Золушка» әкиәтен хәҙерге заманға яраҡлаштырып үҙгәртеп, театрлаштырылған тамаша күрһәтелеүе, уҡыусыларҙы сәхнәгә сығарып тәбрикләү Пионерҙар һарайының балалар ижади коллективтарының сығышы менән үре-леп барыуы байрамға тағы йәм өҫтәне.
Бындай мәртәбәле олимпиадаларҙа ҡатнашыу – уҡыусыларға белемен үҙал-лы камиллаштырырға, маҡсаттарына ирешергә, буласаҡ һөнәрҙәрен һайларға булышлыҡ итә. Бынан тыш Бөтә Рәсәй кимәлендә еңеү – профилле юғары уҡыу йорттарына ингәндә ташламаға хоҡуҡ бирә. Һеҙҙе киләсәктә оло һынауҙар көтһә лә, әлеге еңеүҙәрегеҙ һәр саҡ маяҡ булып, артабанғы тормош үрҙәренә әйҙәп торһон!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.
Читайте нас: