Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Май 2019, 13:42

Электрон уйын мәктәбе киң ҡулланыла

Силәбе дәүләт университеты базаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арналған конференция үтте. Сараны Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге һәм Силәбе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ойошторҙо.

Конференцияла Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары Руслан Кәримов һәм Илнур Дилмөхәмәтов уникаль “Электрон уйын мәктәбе” платформаһын (https://eplayschool.ru) күрһәтте.
Уның ярҙамында башҡорт телен үҙенсәлекле итеп өйрәнергә мөмкин. Шулай уҡ платформа ярҙамында уҡыусылар төрлө фәндәрҙән, мәҫәлән, математика, информатика, тарих, географиянан һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп, мәрәйҙәр йыя, интернет селтәрендә үҙенең мәктәбен төҙөй. Электрон уйын мәктәбендә уҡыусыларға Элис исемле интерактив персонаж ярҙамға килә. Платформа уҡытыу процесына геймификация технологияларын инде-реүҙең уңышлы өлгөһө булып тора. Йәғни уҡыусыларҙың уйын рәүешендә өйрәнгән фәне уларҙы артабан да йәлеп итеп, айырым бер эшмәкәрлек булдырыуға юл асыуы ихтимал.
Әйткәндәй, уҡыу йорто өсөн “Электрон уйын мәктәбе” – электрон белем биреү өлкәһендә тәүге проект түгел.
– Былтыр БашДу-ның Стәрлетамаҡ филиалы ғалимдары тырышлығы менән “Облачная школа” проекты эшләп китте. Бөгөн килеп, күп кенә өлкәлә геймификация технологияһы индерелә башланы. Ул бизнеста ла, маркетингта ла, хатта персоналдар менән идара итеү өлкәһендә лә ҡулланыла. Беҙҙең бурыс – белем биреү өлкәһендә лә виртуаль ысынбарлыҡты һәм геймдизайнды үҫтереү, – ти проект етәксеһе Руслан Кәримов.
Әлеге көндә республиканың 44 мәктәбендә, бигерәк тә Стәрлетамаҡта был платформа әүҙем ҡулланыла.
Е. КИРИЛЛОВА.
Читайте нас: