2019 йылғы имтихан һөҙөмтәләре буйынса, 29 кеше ошо фәндән иң юғары балл йыйған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Мәғариф министрлығынан. Былтыр алты ғына уҡыусы йөҙ балға яҙған. Республикала бөтәһе 3 592 уҡыусы химиянан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған.
Шулай уҡ тарихтан имтихан һөҙөмтәләре билдәле булды. Республикала 2 103 сығарылыш уҡыусыһының бишәүһе 100 балл йыйған.
Әле Башҡортостанда 57 кеше берҙәм дәүләт имтиханында иң юғары балл алған: әҙәбиәттән — ике, географиянан — өс, профилле математиканан — 18, химиянан — 29, тарихтан — биш.