Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Июнь 2019, 20:24

Башҡортостанда бер юлы 25 сығарылыш уҡыусыһы физиканан берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйҙы

6 июндә уҙған физиканан берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Башҡортостанда был фәндән 4682 кеше һынау тотто, ә 25 сығарылыш уҡыусыһы юғары балл йыйыуға өлгәште.

Мәғариф министрлығынан рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен дә хәбәр иттеләр. Быйыл йөҙ балға яҙыусылар алтау. Имтиханда бөтәһе 18 197 кеше ҡатнашты. Былтыр ошо фәндән 25 кеше юғары балл алғайны.
Шулай итеп, әлеге ваҡытта бер нисә имтихан йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда йөҙ балға яҙылған 88 эш иҫәпләнә. Географиянан — 3 кеше, әҙәбиәттән — 2, профилле математиканан — 18, химиянан — 29, тарихтан — 5, рус теленән — 6, физиканан — 25. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, улар араһында ике тапҡыр йөҙ балл алыусылар бар.
Читайте нас: