Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Июнь 2019, 10:28

Башҡортостанда биш мәктәп “Рәсәй Фәндәр академияһының базалы мәктәптәре” федераль проектында ҡатнаша.

Был сара фән һәм юғары технологиялар өлкәһендә йәш таланттарҙы табыу һәм уҡытыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.

“Проектта Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһы, Нефтекаманың 1-се лицейы, Өфөнөң 64-се гимназияһы, 83-сө инженер лицейы, 93-сө физика-математика лицейы ҡатнаша», – тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.
Сараға ярашлы, был мәктәптәр менән Рәсәй Фәндәр академияһының төбәктәрҙәге ғилми үҙәктәре, вәкиллектәре араһында хеҙмәттәшлек булдырыласаҡ.
Проект РФА президенты Александр Сергееев һәм илдең мәғариф министры Ольга Васильеваның тәҡдиме буйынса әҙерләнгән. Уны тормошҡа ашырыуҙа 32 пилот төбәк ҡатнаша. Планлаштырылғанса, бындай форматтағы белем усаҡтары өҫтәмә белем биреү һәм мәктәптән тыш эштәр үҙәктәренә әүереләсәк, урындағы университеттар, предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итәсәк, уҡыусыларға үҙҙәренең ғилми проекттарын булдырыуға ынтылыш бирәсәк.
“Фән” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Рәсәй 2024 йылда ғилми-технологик үҫеш йәһәтенән донъяның алдынғы биш иле иҫәбенә инергә, ғалимдарға һәр яҡлап уңайлы шарттар тыуҙырылырға тейеш.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: