Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
23 Июнь 2019, 14:40
Башҡортостандан 88 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған
Башҡортостанда ун беренселәрҙең сығарылыш кисәләре башланды. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл мәктәпте 60 меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала 88 ҡыҙ һәм егеттең төрлө фәндәрҙән 100 балл йыйыуы билдәле.
Мәҫәлән, өс уҡыусы географиянан берҙәм дәүләт имтиханын бишлегә тапшырған. Әгәр ҙә уларҙың икәүҙе Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларынан булһа, ә бына Зарема Хамматова Әбйәлил районы Салауат ауылынан. Ул быйыл 10-сы синыфты ғына тамамлаған. Шуға ҡарамаҫтан үҙ белеменә ышанған ҡыҙ тест һорауҙарына тулы һәм дөрөҫ яуап ҡайтарған.
Салауат ауылы ҡыҙы киләсәктә кем буласағын әлегә хәл итмәгән. Бәлки архитектор һөнәрен үҙләштерермен йәки халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә эшләрмен, ти уҡыу алдынғыһы. Хәйер, ныҡлы итеп уйлар өсөн Зареманың тағы ла бер йыл ваҡыты бар. Киләһе уҡыу йылында ул үҙенең синыфташтары менән бергә тарихтан, инглиз теле һәм профилле математиканан һынау тоторға ниәтләй.
Автор: Илдар Байбулатов.
Читайте нас:
Подпишись на наш телеграм канал
Телеграм канал газеты "Ашкадар"
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять