Ашҡаҙар
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Июнь 2019, 21:08

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары ҡыҫҡартылмай

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына федераль бюджет иҫәбенә 10 191 абитуриент ҡабул ителә, ә киләһе уҡыу йылына бюджет урындары һаны 1073-кә арта. Иң күп өҫтәмә урындар Башҡорт дәүләт университетына — 574, Өфө дәүләт нефть техник университетына — 294, Өфө дәүләт авиация техник университетына бүленә — 185. Ҡыҫҡартыу хаҡында һүҙ бармай.

2020-2021 уҡыу йылында түләүһеҙ нигеҙҙә белем алыу форсаты биргән меңдән ашыу урын булдырыла. Был турала Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, иң күп бюджет урындары Башҡорт дәүләт университетында өҫтәлә.
Ошо көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларында хөкүмәттең Федераль Йыйылышҡа докладына һылтанма менән мәғариф өлкәһендәге сәйәсәт тураһында мәғлүмәт баҫылды. Белдереүгә ярашлы, 2024 йылға бюджет урындары һаны быйылғы йыл менән сағыштырғанда 17% ҡыҫҡартылырға тейеш (бөгөн улар 518,4 мең). Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитет башлығы Вячеслав Никонов был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Бөгөн илдә 17-нән 30 йәшкә тиклемге 10 мең кешегә 800 урын формулаһы эшләй. Сығарылыш уҡыусыларының артыуы сәбәпле Федераль Йыйылыштың түбәнге палатаһында был һанды арттырырға ниәтләйҙәр. Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда был киләһе уҡыу йылында була.
Республика Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 60 меңдән ашыу уҡыусы мәктәп тамамлай. Башҡортостанда 88 ҡыҙ һәм егет Берҙәм дәүләт имтиханында төрлө фәндәрҙән 100 балл йыйған.
Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарындағы ҡабул итеү кампанияһы һәм популяр һөнәрҙәр тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Читайте нас: