Ил кимәлендә уҡыусыларҙың белемен, фекерләү ҡеүәһен, ижади ҡарашын билдәләргә булышлыҡ иткән Гагарин Кубогына олимпиада ойошторолоп килә. Быйыл ғына ла республика буйынса ҡатнашыусылар һаны 134 мең уҡыусыға еткән. Шуныһы ҡыуаныслы: һигеҙенсе йыл рәттән үткән олимпиадаға быйыл башҡорт теле лә индерелде. Әлеге йүнәлештә иһә 6 мең бала көс һынашты. Улар араһында Лиана ла бар һәм 6-сы класс уҡыусыһы ҡалала үткәрелгән башҡорт теле олимпиадаһында иң күп балл йыйып, беренсе урынға сыҡты! Ю.А. Гагарин Кубогына башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында ла уны үтеүселәр булманы һәм Лиана еңеүсе тип танылды!
Әлбиттә, уҡыусы ҡыҙҙың еңеүендә остазы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Шәрәфетдинованың да роле сикһеҙ. Әйткәндәй, гимназияла йыл йомғаҡтары буйынса Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы иң яҡшы уҡытыусылар рәтендә! Яҡшы уҡытыусының уҡыусылары ла яҡшы билдәләргә өлгәшә шул.