Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Июнь 2019, 15:38

ИЖАДИ ҠАРАШ УҢЫШҠА ИЛТӘ

Йыл дауамында уҡытыусылар үҙҙәренең һөнәри оҫталығын шымарта, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Күптән түгел генә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы, шулай уҡ «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм уның сиктәрендә ойошторолған «Рус теле йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Йылдың йәш уҡытыусыһы» конкурстары лауреаттарына Башҡортостан Башлығы премияларын тапшырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Иң ҡыуаныслыһы шул: лауреаттар араһында Стәр-летамаҡ педагогы ла бар. Розалина Назарова, өс йыллыҡ ҡына эш тәжрибәһе булыуға ҡарамаҫтан, ошондай ҙур конкурстарҙың береһендә ҡатнашып ҡарай һәм һынатмай. Ул ҡала этабында ла диплом менән бүләкләнә һәм бәйгенең республика этабында ҡатнашыу хоҡуғын ала, ә бына бында инде уны юғары баһалайҙар һәм жюри йәш ҡыҙҙы «Йәш йыл уҡытыусыһы» лауреаты итеп һайлап ала. Ғөмүмән алғанда, конкурстың төрлө йүнәлештәре буйынса педагогик оҫталыҡ, уҡыусыларҙың төрлө яҡлап шәхес булараҡ үҫешенә мөмкинлектәр булдырыу, уҡытыу-тәрбиә биреү процесына заманса технологиялар индереү өсөн Башҡортостандың 25 педагогы лауреат исеменә лайыҡ булған.
Йәш белгестәр – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, шулай ҙа һәр кем дә балалар менән эшләргә ашығып бармай. Розалина иһә ныҡышмаллыҡ күрһәтә һәм иң тәүҙә һөнәре буйынса эшкә урынлаша алмаһа ла, үҙе тамамлаған 5-се мәктәптә эш урыны булғас, күп уйлап тормай, эшкә килә.
– Һәр ваҡыт уҡытыусы булырға теләгәйнем, бына әле ошо мәктәптә эшләп йөрөйөм, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып барам. Килгәс тә бишенсе класҡа класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар, хәҙер инде улар һигеҙҙе тамамланы. Күптән түгел генә үҙем дә мәктәпте тамамлағас, уларҙы аңлайым, уларға осраған ҡыйынлыҡтарҙы бергә еңеп сығабыҙ, – ти йәш белгес.
Педагог үҙенең асыҡ дәресендә социаль сел-тәрҙәрҙе уңышлы ҡуллана, үҙенең сайты ла бар икән.
– Хәҙерге заманда балаларҙы нимә ҡыҙыҡ-һындыра, уҡытыусыларға ла шул тулҡында эшләргә кәрәк, тип уйлайым. Мә-ҫәлән, асыҡ дәресте мин “Инстаграмм” һымаҡ ҡор-ҙом, йәғни уҡыусылар социаль селтәр биҙәлешен ҡулланып, һүрәттәрҙән коллаж төҙөй, бигерәк тә был Ҡытай, Япония кеүек илдәрҙе өйрәнгәндә матур һәм ҡыҙыҡлы килеп сыға, – ти ҡулланған алымдары тураһында Башҡортостандың «Йәш йыл уҡытыусыһы – 2019» Розалина Назарова. Шулай ҙа был алымдан тыш йәш уҡытыусының еңеүенә мәктәп етәкселеге, коллективтың һәм туғандарының дәртләндереп тороуы ла ярҙам итмәй ҡалмаған, әлбиттә.
– Күп педагогик алымдар өйрәнеп ҡайттым, нисек итеп һөйләргә, дәресте алып барырға, тәрбиәүи мәлдәр, уҡыусы менән нисек һүҙ башларға һымаҡ һорауҙарға яуап таптым, – ти еңеүсе конкурстың әһәмиәте хаҡында.
Йәштәр араһында яңыса фекер йөрөткән, ижади эшләгән егет-ҡыҙҙар башҡаларҙан һәр ваҡыт айырылып тора. Розалинаға киләсәктә лә иң-иңдәр араһында булыуын теләп ҡалайыҡ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: