Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Июнь 2019, 18:02

Илдарға бөтә юғары уҡыу йорттарына ла юл асыҡ!

Берҙәм дәүләт имтихандары уҡыусылар тормошона ныҡлап үтеп инде, шулай ҙа уны 100 балға һәр кем дә тапшыра алмай. Юғары баһаны алыу серҙәрен 3-сө башҡорт лицей-интернатының сығарылыш уҡыусыһы Илдар ХӨСӘЙЕНОВтан белдек.

Буласаҡ һөнәрен медицина менән бәйләргә ниәтләгән егет химия буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған! Ышаныслы егет химия буйынса бер нисә йыл рәттән Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашып, ҡала, республика этаптарында еңеүсе һәм призлы урындарға өлгәшә, шулай ҙа берҙәм дәүләт имтихандарына махсус рәүештә әҙерләнергә кәрәк, ти ул:
– Уҡытыусым Динара Наилевна менән әҙерлекте август айында уҡ башланыҡ, ул дөрөҫ әҙерлек планын төҙөгән, аҙнаһына кәм тигәндә 4 вариантты эшләп килдек һәм имтихан көнөнә тиклем мәсьәләләрҙең барлыҡ төрҙәрен эшләп сыҡтыҡ. Шул тиклем шымарҙым, хатта мәсьәләләр бер төрлө кеүек күренә, тик һандары ғына үҙгәрә. Мәсьәләләрҙе беҙ интернеттан, төрлө сығанаҡтарҙан, махсус китаптарҙан алдыҡ. Мәсьәләнең төҙөлөштәрен белеп бөткәс, имтихан ваҡытында быны иҫкә төшөрөргә һәм иғтибарлы булырға ғына кәрәк ине.
Егет тырышлығы һәм ныҡышмалылығы менән айырылып тора, имтихандарҙы тапшырыуҙа ла нәҡ ошо сифаттары ярҙам иткәндер. Уның фекеренсә, имтихандарға әҙерлектең иң ҙур хатаһы – эште аҙаҡҡа ҡалдырыу.
– Бына минең таныштарым бар, улар ике ай ҡалғас ҡына әҙерлек башланы. Әлбиттә, һөҙөмтәләр әллә ни юғары түгел, әгәр ҙә һуңғы көндәргә тиклем ҡалдырып килмәһәләр, балдары күберәк булыр ине. Уҡырға инеү өсөн бер нисә фәндән имтихан биреү кәрәклеген иҫәпкә алғанда, был бик аҙ ваҡыт, – ти ул етди рәүештә.
Илдар химияны ғына түгел, биологияны ла яҡшы белә икән, иң юғары һөҙөмтәгә ике балл ғына етмәгән.
Химиянан – 100, биологиянан – 98, рус теленән – 87 балл йыйған егет хәҙер ҡайһы уҡыу йортона инеү тураһында баш вата, сөнки бар юғары уҡыу йорттарына ла юлдар асыҡ! Ғөмүмән алғанда, егет киләсәктә медицинаны фәнни яҡтан өйрәнергә, асыштар яһарға теләй. Бәлки, тап ул ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан дауаланыу ысулдарын уйлап табыр.
Әйткәндәй, биология буйынса һөҙөмтәләр яңы ғына билдәле булды. Уның һөҙөмтәләре буйынса, Илдарҙың класташы Вәхитов Илнар ҙа имтиханды йөҙ балға тапшырыусылар исемлегенә инде. Шуныһы ҡыҙыҡлы: егеттәр балдар менән алмашҡан кеүек: Илнар химияны 98 балға тапшырған булған.
Бындай шәп уҡыусыларҙы киләсәктә йәнә ҡалала шундай уҡ шәп белгестәр булараҡ көтөп ҡалабыҙ.
Тағы ла шуныһы һөйөнөслө: берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусылар һаны ҡала буйынса бөгөнгө көнгә 12 кешегә еткән!
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: