Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Июль 2019, 17:35

Ике фәндән дә – 100 балл!

Ике фәндән дә – 100 балл!Стәрлетамаҡ уҡыусыларының Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса уңыштары тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Беҙҙең 12 уҡыусы был йәһәттән иң ҙур һөҙөмтәләргә иреште.Улай ғына ла түгел, тырыштар БДИ-ны бер нисә фәндән юғары балға тапшыра алды. Мәҫәлән, 32-се мәктәп уҡыусыһы Адель Хәйретдинова химиянан да, биологиянан да иң ҙур балл алды!

– Ике йыл дауамында ныҡлап әҙерләнһәм дә, класташтарым шылтыратып ҡотлай башлағас, ышанмай торҙом, – ти тәүге имтиханы хаҡында ҡыҙ. Әммә уҡыусыны алда тағы ла бер ҡыуаныс көтөп торған булған: биологиянан да – 100 балл!
Аделде мәктәптә беренсе кластан уҡ иң тырыш уҡыусыларҙың береһе булараҡ беләләр, быйыл ғына ла ул әллә нисәмә олимпиадала, конкурстарҙа ҡатнашып өлгөргән. Шул арала юғары һөҙөмтәләргә ирешерлек кимәлдә БДИ-ға ла әҙерләнгән. Уңған ҡыҙға “афарин!” тиергә ҡала. Әйткәндәй, химиянан республикала уның һымаҡ иң ҙур юғары балға 29 уҡыусы өлгәшкән. Йәмғеһе 108 уҡыусы БДИ-ны 100 балға тапшырған. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк.
Шул уҡ ваҡытта, күңелһеҙ статистика ла урап үтмәй: Башҡортостанда 24 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмаған, рус теле һәм математиканан тейешле иң түбән балды ла йыймағандар. Шулай ҙа уларҙың XI класты тамамлау тураһындағы аттестат менән колледжға уҡырға инеү мөмкинлеге бар. Әлеге уҡыусыларҙың яҙмышы селпәрә килмәһен өсөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров төбәктең мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажинға хәлде шәхси контролдә тоторға ҡушты. Балалар сентябрь айында имтихандарын яңынан бирә ала.
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: