Майҙа Өфөлә уҙған өсөнсө ата-әсәләр форумында ҡатнашыусылар мәктәптәрҙә тематик шәмбеләр ойоштороу буйынса тәҡдимдәрен индерҙе. Анығыраҡ әйткәндә, ғаилә менән туристик походтар йәки экологик шәмбеләр идеялары яңғыраны. Был сараларҙа балаларҙы сүп-сарҙы айырым йыйыуға, тәбиғәт ресурстарын экономияларға өйрәтергә була. Мәҙәни шәмбелә уҡыусыларҙы театрҙарға, музейҙарға алып барырға, әҙәби ҡунаҡханалар ойошторорға, унда башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнергә мөмкин. Ата-әсәләр берләшмәһе тәҡдим иткән этно-шәмбелә мәктәп һәм мәктәптәр араһында милләт-ара һабантуйҙар, ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәренә саҡырырға була. «Сәләмәт шәмбе»не стресҡа ҡаршы тороу, психология, сәләмәт туҡланыу һәм сәләмәт тормош алып барыу буйынса дәрестәргә бағышларға мөмкин булыр ине. Ата-әсәләр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙарға һәм төрлө акцияларға арналған «Патриотик шәмбе» кәрәк тип иҫәпләй.
«Уҡыусылар шәмбене көтөп алырға, уҙғандары хаҡында фекер алышырға тейеш. Был күп осраҡта уҡытыусыларҙан ғына түгел, ата-әсәләрҙең үҙҙәренән дә тора», — тип билдәләне ул саҡта Радий Хәбиров.
Уҡыу йылы дауамында 32 тематик шәмбенең һигеҙен үткәреү күҙ уңында тотола. Республика етәксеһе уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы темалар уйларға кәрәк тип иҫәпләй.
http://www.bashinform.ru/news/1336198-radiy-khabirov-v-bashkirii-1-sentyabrya-vse-shkoly-respubliki-pereydut-na-pyatidnevku/