Һәр балл ете күрһәткестең берәүһе өсөн бирелә: белем биреү, ғилми-тикшеренеү, халыҡ-ара, финанс-иҡтисади эшмәкәрлек, профессор-уҡытыусылар составының эш хаҡы, уҡыуҙы тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу һәм өҫтәмә күрһәткестәр.
Вуз 4 кенә балл йыйған хәлдә лә, ул эффектив тип таныла. БашДУның Стәрлетамаҡ һәм Сибай филиалдары, ӨДНТУ (Өфө дәүләт нефть-техник университеты) һәм уның Стәрлетамаҡ һәм Салауат филиалдары, ӨДАТУ (Өфө дәүләт авиация техник университеты) һәм БДМУ (Башҡорт дәүләт медицина университеты) иһә бөтә ете балды ла йыйған.
Тикшереүҙә билдәләнеүенсә, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, вуздарҙың эффективлығын билдәләүҙә тейешле шарттарҙы башҡарып, өсөнсө йыл рәттән юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Һәм ул – Һиндостандан уҡырға килгән студенттарҙы ҡабул итеүсе медицина вузы булмаған беренсе вуз. Былтыр Һиндостандан 12 студент беҙҙә ғәмәли программалауҙы өйрәнә башланы.