– Лилиә Бакир ҡыҙы, педагогика һәм психология факультеты электән иң юғары баһаланған факультет булып тора. Һеҙгә уҡырға инергә теләүселәр быйыл да күпме?
– Эйе, беҙгә йыл да шулай күп киләләр. Педагогика һәм психология факультетына әлеге көндә барлығы 400-ҙән ашыу ғариза бирелгән: башланғыс белем биреү бүлеге һәм мәктәпкәсә белем биреү бүлегенә 200-ҙән, психология бүлегенә – 140-тан ашыу. Йәмғеһе 34 бюджет урыны бүленгән. Әлеге ваҡытта бер урынға 9 кеше тура килә. Көндөҙгө бүлеккә БДИ буйынса 2 июлдә һуңғы документтарҙы ҡабул иттек. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә 13 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Шулай ҙа көндөҙгө бүлеккә түләүле уҡыуға документтарҙы ҡабул итәбеҙ әле. Төрлө балдар менән киләләр, мәҫәлән, мәктәпкәсә- башланғыс белем биреү бүлегенә быйыл БДИ һөҙөмтәләре менән 203-227 балл менән үттеләр.
– Был юғары күрһәткестәр-ҙең сере нимәлә?
– Әлбиттә, уҡырға инеү генә күрһәткес була алмай. Иң мөһиме, диплом алғас, эшкә урынлашыу проблемаһы юҡ беҙҙә. Мәктәпкәсә- башланғыс белем биреү бүлеген тамамлаусылар ике һөнәр буйынса белем алып сыға: башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Республика буйынса башланғыс класс уҡытыусыларына, тәрбиәселәргә, психологтарға ихтыяж ҙур. Шуға күпселек абитуриенттар был бүлекте һайлай ҙа инде, шуға балдар ҙа юғары.
– Һеҙгә абитуриенттар башлыса ҡайһы тарафтарҙан килә?
– Беҙгә йыш ҡына төрлө ҡалаларҙа колледж тамамлаған студенттар килә. Мәҫәлән, Бәләбәй, Күмертау, ҡалаларынан, Балаҡатай, Бәләбәй, Белорет, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы һәм башҡа райондарҙан киләләр. Яҡын-тирә райондарҙы әйтеп тораһы ла юҡ. Ул ғына ла түгел, күрше Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Ханты-Манси ок-ругынан килеүселәр бар.
– Тимәк, һеҙҙең диплом юғары баһалана, ҙур һорау менән ҡулланыла, тигән һүҙ?..
– Эйе. Беҙҙең вузды та-мамлаусыларҙы үҙебеҙҙең Башҡор-тостанда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө тарафтарында ла ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Ул – күптән үҙенең ышанысын аҡлаған, көслө белем усағы.
Шуныһы шатлыҡлы: күптәр беҙгә педагогтар династияһын дауам итеп, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап килә. Ҡасандыр олатайҙары, өләсәйҙәре, атай-әсәйҙәре уҡыған, хәҙер үҙҙәре ҙур теләк менән беҙҙе һайлайҙар. Бына шулай, педагог профессияһы быуындан-быуынға күсә килә.
– Артабан да эшегеҙҙе юғары абруй менән дауам итегеҙ! Һеҙҙең вузды тамамлаусылар ҡайҙа ғына эшләһә лә, “Ҡайҙа уҡынығыҙ?” тигән һорауға ғорурлыҡ менән: “Стәрлетамаҡта!” тип яуап бирерлек булһын!
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.